Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СӨЛӘЙМӘНОВ Ренарт Вафа улы

Просмотров: 292

СӨЛӘЙМӘНОВ Ренарт Вафа улы (27.7.1937, Өфө), спортсы. Физика-матем. ф. канд. (1966). Пуля менән атыу б‑са СССР‑ҙың атҡ. спорт мастеры (1970), СССР‑ҙың атҡ. тренеры (1984), халыҡ‑ара категориялы судья (1976). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1994). В.С.Сөләймәновтың улы. БДУ‑ны тамамлаған (1960). “Динамо” физкультура‑спорт йәмғиәте тәрбиәләнеүсеһе (тренеры А.А.Мироненко), 1966—72 йй. Үҙәк армия спорт клубы өсөн сығыш яһай. Шәхси зачётта Олимпия уйындарының бронза призёры (1968), донъя (1970), СССР (1961—62, 1967), СССР халыҡтары спартакиадаһы (1967) чемп., Европа чемпионатының көмөш призёры (1969), донъя чемпионатының бронза призёры (1966). Команда зачётында донъя (1962, 1966), Европа (1959, 1963, 1969), СССР (1958, 1960, 1962—65, 1967—69), СССР халыҡтары спартакиадаһы (1963, 1967) чемп., донъя (1966, 1970) һәм Европа (1965, 1969) чемпионаттарының көмөш призёры, донъя (1966) һәм Европа (1965) чемпионаттарының бронза призёры; шәхси һәм команда зачёттарында 6 тапҡыр СССР рекордсыһы. СССР йыйылма командаһы ағзаһы (1959— 72). 1972 й. алып Халыҡ‑ара атыу спорты союзының башҡарма ком‑ты ағзаһы, 1978 й. — СССР йыйылма командаһының өлкән тренеры, 1992—99 йй. Мысыр, Филиппин һәм Катар йыйылма командалары тренеры. 2003 й. алып пистолеттан атыу б‑са Рәсәй йыйылма командаһының өлкән тренеры.

Х е ҙ м.: Покоритесь, рекорды! Уфа, 1972.

Тәрж. Ғ.Р.Бирҙина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019