Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СПИДВЕЙ, мотоспорт төрө

Просмотров: 455

СПИДВЕЙ (ингл. speedway), мотоспорт төрө, тректағы уҙыштың бертөрө. Шәхси, команда һәм парлы уҙыштар үткәрелә. Башҡортостанда С. б‑са тәүге ярыштар 1959 й. Өфөлә “Динамо” стадионында, артабан “Хеҙмәт” стадионында (1960—98), Октябрьский һәм Салауат (1962 й. алып), Стәрлетамаҡ (1963 й. алып), Белорет (1965—66), Мәләүез (1967 й. алып) ҡҡ. үтә. Төрлө йылдарҙа СССР, РСФСР һәм Рәсәй чемпионаттарында Башҡортостан өсөн “Башҡортостан”, “ЛУКОЙЛ”, “Нефтсе”, “Салауат”, “Төҙөүсе” (Октябрьский), “Урал”, “Каустик” (икеһе лә — Стәрлетамаҡ), “Өфө” һ.б. командалар сығыш яһай. Спидвейҙа Н.К.Корнев, Г.В.Куриленко, Ғ.Ф.Ҡадиров, Р.М.Мәрҙәншин, И.А.Плеханов, Б.А.Самородов, М.Л.Старостин, Р.Р.Сәйетгәрәев, Э.Д.Сәйфетдинов, А.Р.Фәйзуллин, Ю.А.Чекранов, Ф.В.Шәйнуров юғары ҡаҙаныштарға ирешә. Өфөлә шәхси (1963, 1968—69) һәм команда (1963, 1965—67) донъя чемпионаттары үткәрелә. 1959 й. алып респ. тректарында (Октябрьский, Өфө, Салауат, Стәрлетамаҡ) күп тапҡыр СССР, РСФСР, Рәсәй чемпионаттары финалы һәм халыҡ‑ара ярыштар уҙғарыла.

Н.А.Ермоленко

Тәрж. Ғ.Р.Бирҙина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 05.05.2023