Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СПОРТ АЭРОБИКАҺЫ

Просмотров: 364

СПОРТ АЭРОБИКАҺЫ, спорт 86 төрө・, спортсылар музыкаға ҡушылып үҙ эсенә ҡатмарлы координациялы хәрәкәттәрҙе алған өҙлөкһөҙ һәм юғары интенсив күнекмәләр комплексын башҡара. Башҡортостанда С.а. үҫеше 20 б. 90‑сы йй. уртаһында Өфөлә 8‑се ДЮСШ‑нда С.а. бүлеге, БДПИ, ӨДНТУ эргәһендә, ш. уҡ Бөрө, Күмертау, Мәләүез, Нефтекама, Стәрлетамаҡ, Учалы ҡалаларында С.а. секциялары асылыуға бәйле. Өфөлә Рәсәй зона чемпионаттары һәм беренселектәре (2008—09), балалар (2002) һәм спорт мәктәптәре, клубтар һәм үҙәктәр (2004) араһында Рәсәй беренселектәре, спорт мәктәптәре һәм клубтары араһында бөтә Рәсәй ярыштары (2008); Нефтекамала Рәсәй зона беренселеге (2001) үткәрелә. Респ. С.а. б‑са Рәсәйҙең тәүге спорт мастеры — И.Ә.Яҡупов (2003). БР командаһы — Рәсәй беренселегенең бронза призёры (1999), Рәсәй зона беренселеге (2001) һәм юғары уҡыу йорттары араһында РФ Мәғариф министрлығы чемпионаты (2 тапҡыр, 2000) еңеүсеһе, спорт мәктәптәре, клубтары һәм үҙәктәре араһында Рәсәй беренселегенең бронза призёры (2004). Яҡупов — Рәсәй кубогын яулаусы (1999), А.М.Әхмәҙиева — Рәсәй кубогын яулаусы һәм донъя чемпионатының бронза призёры (икеһе лә — 2004). Респ. спорт мәктәптәрендә 4 С.а. бүлеге, 10‑ға яҡын секция эшләй, унда 650‑нән ашыу кеше шөғөлләнә (2012). 2003 й. алып БР Cпорт аэробикаһы федерацияһы эшләй. С.а. м‑н тренерҙар И.В.Баһауетдинова, М.В.Бурмистрова, Г.Б.Ғәлимйәнова, С.Х.Житкова, Е.В.Иванова, Р.М. Имамова, Г.В.Әхмәҙиева (халыҡ‑ара категориялы судья) һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Г.В.Әхмәҙиева

Тәрж. Ғ.Р.Бирҙина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019