Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СӨЛӘЙМӘНОВ Вафа Сағуман улы

Просмотров: 317

СӨЛӘЙМӘНОВ Вафа Сағуман улы [9.12.1901, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Усман а. (БР‑ҙың Балтас р‑ны) 11.5. 1983, Өфө], астроном. РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1954). Халыҡ мәғарифы ин‑тын (1928), МДУ эргәһендәге математиктар курсын тамамлаған. 1922 й. алып балалар йортонда эшләй (Бөрө ҡ.). 1925 й. башлап Өфөлә: 1931 й. тиклем Башҡ‑н өлкә совет партия мәктәбендә, бер үк ваҡытта 1926 й. алып В.И.Ленин ис. урта мәктәптә уҡыта; 1932—75 йй. БДУ‑ла, бер үк ваҡытта 1931—37 йй. Башҡ‑н юғары коммунистик а.х. мәктәбендә һәм 1936—38 йй. Башҡ‑н уҡытыусылар белемен камиллаштырыу ин‑тында матем. һәм физика каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге бик бейектәге саҡ‑саҡ күренгән болоттарҙы тикшереүгә, мәктәптәрҙә һәм юғары уҡыу йорттарында астрономия, математика, физика уҡытыу методикаһына арналған. БДУ эргәһендәге Ерҙең яһалма юлдаштарын оптик‑визуаль ысул м‑н күҙәтеү станцияһы етәксеһе (1976 й. тиклем). “Почёт Билдәһе” орд. м‑н бүләкләнгән (1954).

Х е ҙ м.: Русса‑башҡортса астрономия терминдәре. Өфө, 1954.

Г.Р.Сөләймәнова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019