Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СӨЛӘЙМӘНОВ Наил Тимерйән улы

Просмотров: 351

СӨЛӘЙМӘНОВ Наил Тимерйән улы (15.4.1939, ТАССР‑ҙың Ашытбаш а.), инженер‑электромеханик. Техник ф. д‑ры (1998), проф. (2000). РФ‑тың атҡ. юғары мәктәп хеҙм‑ре (2010), БР‑ҙың атҡ. уйлап табыусыһы (1998), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1978). Саңғы ярышы б‑са СССР‑ҙың спорт мастеры (1964). Ҡазан авиация ин‑тын тамамлағандан һуң (1963) 1970 й. тиклем ӨПЭЗ‑дә, 1973 й. алып ӨАИ‑ла эшләй. 1986—2011 йй. БДУ‑ла, бер үк ваҡытта 1991—2000 йй. Башҡ‑н патент белеме һәм сертификация ин‑ты дир., 2012 й. башлап Көнсығыш иҡт.- юридик ун‑тында, бер үк ваҡытта Бөтә донъя интеллектуаль милек һәм Роспатенттың Технология һәм инновацияларға булышлыҡ итеү үҙәге етәксеһе (бөтәһе лә — Өфө). Фәнни эшмәкәрлеге интеллектуаль милек һәм сифат менеджменты проблемаларына, сүсле‑оптик приборҙар һәм системалар эшләүгә арналған. С. тарафынан осоу аппараттары хәрәкәтенең хәүефһеҙлегенә идара итеү системалары, ш. иҫ. бәрелешеүҙәрҙе иҫкәртеү системалары; физик күренештәрҙең аналогияһы һәм оҡшашлығы теорияһы һ.б. уйлап табыла. 350‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 100 уйлап табыу авторы. БР сәнәғәтселәре һәм эшҡыуарҙары (эш биреүселәре) союзы рәйесе (1993—2009).

Х е ҙ м.: Курсовая система самолёта‑истребителя КСИ. М., 1968; Надёжность элементов и средств управления с распределёнными параметрами. М., 1980 (авторҙ.); Сертификация продукции, услуг, систем качества и производств. М., 1996 (авторҙ.).

В.Г.Петряков

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019