Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СӨНӘЕВ Рәшит Әли улы

Просмотров: 319

СӨНӘЕВ Рәшит Әли улы (1.3.1943, Ташкент), астрофизик. СССР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1984), РФА акад. (1992), БР (1991) һәм ТР (1995) ФА‑ның почётлы акад., АҠШ Милли ФА (1991), Германия Милли ФА (2003), Лондон Король йәмғиәте (2009) һ.б. ағзаһы. Физика‑матем. ф. д‑ры (1973), проф. (1987). Мәскәү физика‑техника ин‑тын тамамлаған (1966). 1968 й. алып СССР ФА‑ның Ғәмәли математика ин‑тында; 1974 й. башлап РФА‑ның Йыһан тикшеренеүҙәре ин‑тында (икеһе лә — Мәскәү) теоретик астрофизика лаб., 1982 й. — юғары энергиялар астрофизикаһы бүлеге мөдире, 1992 й. — баш ғилми хеҙм‑р, бер үк ваҡытта 1975–2001 йй. Мәскәү физика‑техника ин‑тында уҡыта, 1996 й. алып М.Планк ис. йәмғиәттең Астрофизика ин‑ты (Гархинг ҡ., Германия) директоры. Фәнни хеҙмәттәре релятив астрофизикаға һәм космологияға арналған. С. ҡатнашлығында ҡара упҡындарға һәм нейтронлы йондоҙҙарға ҡарата дискылы аккреция теорияһы уйлап табыла (1972–77, Н.И.Шакура м‑н берлектә), магнит ҡыры көслө булған нейтронлы йондоҙҙарҙа циклотрон нурланыш линиялары (1974, Ю.Н.Гнедин м‑н берлектә), ҡалдыҡ нурланыштың мөйөш бүленешендә Доплер акустик пиктары (1970, Я.Б.Зельдович м‑н берлектә), галактикалар тупланмаһы йүнәлешендә уның спектры үҙгәреүе (1972, Сөнәев—Зельдович эффекты) алдан әйтеп бирелә, эҫе плазмалағы комптонизация ваҡытында нурланыш спектрын билдәләгән формула сығарыла (1980, Сөнәев—Титарчук законы). 300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. “Письма в астрономический журнал” (“Астрономик журналға хаттар”) ж. баш мөхәррире (1985 й. алып). РФ‑тың Дәүләт пр. (2000, 2016), Халыҡ‑ара астрономия союзының космология б‑са Грубер пр. (2003), Швеция Король ФА‑ның астрономия б‑са Крафурд пр. (2008), физика б‑са Король Фейсал ис. пр. (2009), Киото пр. (2011) һ.б. лауреаты. “Татарстан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” орд. м‑н бүләкләнгән (2013).

Хеҙм.: Small‑scale fluctuations of relic radiation //Astrophysics and Space Science. 1970. №7 (авторҙ.); Black holes in binary systems. Observational appearance //Astronomy and Аstrophysics. 1973. №24 (авторҙ.).

Ю.А.Лебедев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019