Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СТАРИКОВ Владимир Николаевич

Просмотров: 709

СТАРИКОВ Владимир Николаевич (15.1.1940, БАССР‑ҙың Ишембай р‑ны Егән а. — 28.4.2007, Өфө), физик. Физика‑матем. ф. д‑ры (1988), проф. (1990). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1966) шунда уҡ эшләй. 1970 й. алып СССР ФА БФ‑та (өлкән ғилми хеҙм‑р, лаб. мөдире). 1973 й. башлап Төмән индустриаль ин‑тының хисаплау математикаһы каф. мөдире. 1975 й. алып ӨДАТУ‑ла: Хисаплау үҙәгенең, 1983 й. башлап Автоматик проектлау системаһы бүлегенең ғилми етәксеһе, 1990 й. — информатика каф. мөдире, 1991 й. — проректор һәм Башҡ. респ. яңы мәғлүмәт технологиялары үҙәге етәксеһе. 1994—2003 йй. ӨДСИ‑нең информатика каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1996—98 йй. БДУ‑ла: уҡытыуҙың яңы мәғлүмәт технологиялары каф. мөдире һәм 1997 й. алып Интернет үҙәге директоры. 2003— 07 йй. Бөтә Рәсәй ситтән тороп уҡыу финанс‑иҡт. ин‑тының Өфө филиалында фәнни эштәр б‑са дир. урынбаҫары. Фәнни эшмәкәрлеге математик модель әҙерләүгә, мәғлүмәт технологияларын эшләүгә арналған. С. тарафынан скважиналарҙы геофизик тикшереү ысулдары үҫтерелгән, нефть‑газ ятҡылыҡтарын Монте‑Карло ысулы м‑н эҙләү, разведкалау һәм эксплуатациялауҙың геол. мәсьәләләре хәл ителгән, уҡытыуҙың компьютер системалары, юғары уҡыу йорттары м‑н идара итеүҙең автоматлаштырылған системалары һ.б. уйлап табылған. 170‑тән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 1 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Алгоритмы Монте‑Карло в ядерной геофизике. Новосибирск, 1985 (авторҙ.); Автоматизированное проектирование в системе AutoCAD 13. Уфа, 1996.

С.В.Тархов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019