Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СТОЛЯРОВ Владимир Владимирович

Просмотров: 399

СТОЛЯРОВ Владимир Владимирович (2.5.1946, Өфө), металдарҙы өйрәнеүсе физик. Техник ф. д‑ры (2000), проф. (2004). Мәскәү инженер‑физика ин‑тын тамамлағандан һуң (1970) Чепецк механика з‑дында (Глазов ҡ.) эшләй: 1974 й. алып лаб. начальнигы. 1981 й. башлап ӨАИ‑ла уҡыта. 1986 й. алып Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары ин‑тының, 1995 й. — Перспективалы материалдар физикаһы ин‑тының (бер үк ваҡытта 2005 й. ғин. башлап дир. урынбаҫары) төп ғилми хеҙм‑ре, 2005 й. июленән — А.А.Благонравов ис. Машиналар тураһындағы фән ин‑тының (Мәскәү) баш ғилми хеҙм‑ре. Фәнни эшмәкәрлеге ғәҙәти һәм наноструктур иретмә материалдарҙы физик яҡтан өйрәнеү фәненә арналған. С. тарафынан магнит, алюмин, титан иретмәләренең структуралары һәм физик‑механик үҙсәнлектәре тикшерелә, титан нигеҙендәге иретмәләрҙә, ш. иҫ. медицинала файҙаланыла торған форманы хәтерләүсе нитинол иретмәһендә, наноструктура хәлен деформациялап алыу ысулдары уйлап табыла. 350 фәнни хеҙмәт һәм 20 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Интенсивная электропластическая деформация сплава TiNi //Фундаментальные проблемы современного материаловедения. 2007. Т.4. №1.

А.В.Корзников

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019