СТАРОСТИН Михаил Леонтьевич
СТАРОСТИН Михаил Леонтьевич (24.2.1955, Октябрьский ҡ.), спортсы. Спидвей б‑са СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1976), Рәсәйҙең атҡ. спорт мастеры (2002). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (1997). “Нефтсе” спорт‑техник клубы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры М.И. Ворсин). “Башҡортостан” (1973—94), “ЛУКОЙЛ— Башҡортостан” (Өфө, 1995—96), “ЛУКОЙЛ” (1997—2002) командалары өсөн сығыш яһай. СССР (1979— 81, 1983, 1990) һәм РСФСР (1975, 1981, 1985—87, 1990—91), СССР (1979, 1983) һәм РСФСР (1975, 1986, 1990) халыҡтары спартакиадалары чемп., “Австрияның алтын шлемы”н яулаусы (1976), СССР чемпионаттарының көмөш (1982) һәм бронза (1977—78, 1984, 1991) призёры, шәхси ярыштарҙа РСФСР (1976, 1982, 1988—89) һәм Рәсәй (1997—98, 2000) чемпионаттарының көмөш призёры, парлы уҙыштарҙа СССР кубогын яулаусы (1988), СССР (1979, 1981—83, 1988) һәм Рәсәй (1993, 1997, 1999, 2000), СССР халыҡтары спартакиадалары (1979, 1983, 1986) чемп., донъя чемпионатының көмөш призёры (1975), Европа чемпиондары кубогының көмөш (2000—01) һәм бронза (1998) призёры, команда ярыштарында СССР, РСФСР һәм Рәсәй чемпионаттарының күп тапҡыр көмөш һәм бронза призёры. СССР (1974— 91), БДБ (1992), Рәсәй (1993—2001) йыйылма командалары ағзаһы.
Н.А.Ермоленко
Тәрж. М.Н.Моратшина