СТРОКИН Андрей Александрович
СТРОКИН Андрей Александрович (9.5.1977, Чернушка ҡ.), спортсы. Йөҙөү б‑са Рәсәйҙең атҡ. спорт мастеры (1999). БР‑ҙың күренекле спортсыһы (2001), РФ‑тың физик культура һәм спорт отличнигы (2011). БДПИ‑ны тамамлаған (1998). 18‑се СДЮСШОР тәрбиәләнеүсеһе (тренерҙары Р.М. Зонтова, И.Л.Тверяков), 1999—2008 йй. Юғары спорт оҫталығы мәктәбе өсөн сығыш яһай. Паралимпия уйындары чемп. (2 тапҡыр, 2000; 3 тапҡыр, 2004), бронза призёры (2004; 2 тапҡыр, 2008); донъя (1998, 2003, 2007) һәм Европа (1999) чемп.; донъя чемпионаттарының көмөш (2002) һәм бронза (2006) призёры; күреү б‑са инвалидтар араһында 50 һәм 100 м аралыҡҡа ирекле стилдә, брасс һәм баттерфляй м‑н йөҙөүҙә күп тапҡыр Рәсәй чемп. һәм донъя рекордсыһы. Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (1998— 2000). Рәсәй паралимпия ком‑тының ген. секретары (2014 й. алып). Почёт (2006), Дуҫлыҡ (2002); “Башҡортостан Республикаһы алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” (2004), Халыҡтар дуҫлығы (2000), Салауат Юлаев (2008) орд., 2‑се дәрәжә “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” орд. миҙалы (2009) м‑н бүләкләнгән.
Тәрж. М.Н.Моратшина