Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СУХОВ Анатолий Петрович

Просмотров: 403

СУХОВ Анатолий Петрович (26.11. 1948, Өфө – 10.9.2012, шунда уҡ), тренер. Мотоспорт б‑са РСФСР‑ҙың атҡ. тренеры (1983), СССР‑ҙың спорт мастеры (1972). П.Ф.Лесгафт ис. Ленинград физик культура ин‑тын тамамлаған (1980). Төҙөлөш тресы № 3 спорт мотоклубы тәрбиәләнеүсеһе (тренерҙары Б.А.Самородов, Н.Ф.Чернов). Боҙҙағы мотоуҙыштар б‑са СССР (1972) һәм РСФСР (1973) шәхси чемпионаттарының бронза призёры, “Башҡортостан” командаһы составында спидвей б‑са команда ярыштарында СССР чемп. (1967–69), СССР чемпионаттарының көмөш (1975) һәм бронза (1977–78) призёры. 1973 й. алып 3‑сө Төҙөлөш тресының “Башҡортостан” спорт мотоклубы командаһының тренеры, 1980 й. – өлкән тренеры, бер үк ваҡытта 1982–86 йй. спидвей б‑са СССР йыйылма командаһы тренеры, 1986 й. – ДОСААФ балалар һәм үҫмерҙәр спорт‑техник мәктәбендә мотоспорт б‑са тренер; 2000–02 йй. Ғ.Ҡадиров ис. “Башҡортостан” спорт клубында боҙҙағы мотоуҙыштар б‑са тренер. С. етәкс. “Башҡортостан” командаһы СССР чемп. (1981–83), СССР чемпионаттарының көмөш призёры (1980, 1984), Рәсәй чемп. (2002) була. Тәрбиәләнеүселәре араһында Н.К.Корнев, М.Л.Старостин, Р.Р.Сәйетгәрәев, ш. уҡ 10‑дан ашыу СССР һәм Рәсәй спорт мастеры.

Н.А.Ермоленко

Тәрж. М.Н.Моратшина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019