Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

РЕСПУБЛИКА ТИРЕ‑ВЕНЕРОЛОГИЯ ДИСПАНСЕРЫ №1

Просмотров: 494

РЕСПУБЛИКА ТИРЕ‑ВЕНЕРОЛОГИЯ ДИСПАНСЕРЫ №1, һаулыҡ һаҡлау дәүләт авт. учреждениеһы. Енси юл м‑н таралыусы тире ауырыуҙарын һәм инфекцияларҙы иҫкәртеү, дауалау б‑са  Башҡортостандың төп махсуслаштырылған мед. учреждениеһы. Өфөлә урынлашҡан. Р.т.‑в.д.№1 составына 280 койкаға иҫәпләнгән 5 стационар бүлексә, консультация‑диагностика поликлиникаһы, түләүле мед. хеҙмәттәре бүлексәһе (икеһе лә көнөнә 120 кеше ҡабул итә) һ.б. инә.  2011 й. 61 табип һәм 87 урта мед. хеҙм‑ре эшләй, стационар ярҙам 4,4 меңдән ашыу, консультация ярҙамы — 62,6 меңдән ашыу пациентҡа күрһәтелгән. 1920 й. 2‑се совет дауаханаһының тире‑венерология бүлексәһе булараҡ нигеҙ һалына, 1930 й. алып Башҡ‑н тире‑венерология ғилми‑тикшеренеү ин‑ты, 1965 й. хәҙ. статусын һәм исемен ала. Р.т.‑в.д.№1 м‑н М.М.Ғафаров,А.И.Картамышев,М.М.Кузнец,Г.С.Максимов,Е.А.Медведева,С.М.Трайнин,Х.С.Фәхретдинова,З.Р.Хисмәтуллина,Э.В.Чистякова, А.К.Якубсон һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Б.Г.Латипов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина  

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019