Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

САБАҠАЙ МӘМЕРЙӘҺЕ

Просмотров: 743

САБАҠАЙ МӘМЕРЙӘҺЕ, С а б а ҡ а й  ҡ а я һ ы н д а ғ ы  м ә м е р й ә л ә р, комплекслы тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). Дыуан р‑ны Ежовка а. көньяҡ‑көнсығышҡа табан 3 км алыҫлыҡта Йүрүҙән й. уң ярындағы Өфө яйлаһының көньяҡ‑көнсығышситендә урынлашҡан. Бейеклеге яҡынса 70 м булған ике киртләсле текә ҡаянан ғибәрәт, унда Йүрүҙән кимәленән яҡынса 40 м бейеклектә 1‑се, 2‑се һәм 3‑сө Сабаҡай мәмерйәләре (оҙонлоҡтары 146 м, 28 м һәм 17 м) бар. Аҫҡы пермдең әртә ярусы эзбизташтарынан тора. Ландшафына һоро урман тупрағындағы һәм кәҫле‑карбонатлы тупраҡтағы дала үләнле ҡарағай‑ҡайын һәм ҡайын урмандары хас. Үҫемлектәрҙең БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән һирәк төрҙәре үҫә: ҡуйы ҡыҙыл баҙыҡай, ҡыҙыл ойошһеркә, ысын кәкүк ситеге һ.б.; ыласын‑сапсан оялай. Мәмерйәләрҙең береһендә неолит ваҡытындағы көнкүреш әйберҙәре һәм хайуан һөйәктәре табылған.

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. И.М.Япаров

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019