СӘҒИТДИНОВ Мөхәмәт Шәмсетдин улы
СӘҒИТДИНОВ Мөхәмәт Шәмсетдин улы (28.3.1936, БАССР‑ҙың Стәрлебаш р‑ны Айҙарәле а.), иҡтисадсы. Иҡт. ф. д‑ры (2001), проф. (2003). РФ‑тың (1996) һәм БАССР‑ҙың (1986) атҡ. иҡтисадсыһы. Бөтә Союз ситтән тороп уҡыу финанс‑иҡт. ин‑тын тамамлаған (Өфө, 1964). 1959 й. алып Стәрлебаш һәм Стәрлетамаҡ р‑ндарында эшләй. 1972 й. башлап Өфөлә: “Башнефтезаводстрой” тресы идарасыһы урынбаҫары, 1974 й. – БАССР‑ҙың финанс министры урынбаҫары, 1979 й. – ҡала советы башҡарма ком‑тының финанс бүлеге мөдире, 1987 й. алып “Союзнефтеотдача” ҒПБ‑нда, 1990 й. – “Башкирэнерго” ПБ‑нда ген. дир. урынбаҫары, 1992–2001 йй. БР Милли банкы рәйесе. 2003–12 йй. “Газпром трансгаз Уфа” ЯСЙ‑нда эшләй, бер үк ваҡытта 1979 й. алып ӨДАТУ‑ла уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге респ. ике һәм өс кимәлле банк системаларын төҙөүгә һәм үҫтереүгә арналған. С. етәкселегендә төбәктәр эсендә банк‑ара электрон иҫәпләшеүҙәр технологияһы, автоматлаштырылған идара итеү системаһы һәм банк учреждениеһы структураһын оптималләштереү методикалары эшләнә һәм ғәмәлгә индерелә. 170‑кә яҡын фәнни хеҙмәт һәм 1 уйлап табыу авторы. БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 1‑се саҡырылыш депутаты. 1994–99 йй. БР Президент советы ағзаһы.
Х е ҙ м.: Управление региональной банковской системой: методология, методика и практика: в 5 ч. Уфа, 2000–2001 (авторҙ.); Проблемы формирования региональной банковской системы (опыт Республики Башкортостан). Уфа, 2005; Управление предприятием в современной экономике: теория и практика: в 5 ч. Уфа, 2006–2007 (авторҙ.).
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина