Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СӘЙЕТҒӘЛИЕВ Зифҡәт Ислам улы

Просмотров: 480

СӘЙЕТҒӘЛИЕВ Зифҡәт Ислам улы (18.3.1947, БАССР‑ҙың Илеш р‑ны Абдулла а.), агроном, иҡтисадсы, дәүләт эшмәкәре. Иҡт. ф. д‑ры (1996). БР‑ҙың атҡ. а.х. эшмәкәре (2002). БАХИ‑ны тамамлаған (1972). 1965– 67 йй. Илеш р‑нындағы Үрге Маншыр урта, Бишҡурай һәм Исәмәт һигеҙ йыллыҡ мәктәптәрендә уҡытыусы булып эшләй. 1972 й. алып БАХИ‑ла: 1975 й. тиклем өлкән ғилми хеҙм‑р, 1978 й. – уҡытыусы. 1979 й. башлап Илеш р‑нындағы В.И.Ульянов ис. колхоз рәйесе, 1980 й. – КПСС‑тың Башҡ‑н өлкә ком‑ты инструкторы, 1982 й. – КПСС‑тың Әлшәй район ком‑тының 1‑се секретары, 1988 й. – БНИПТИЖиК директоры. 1993 й. алып РФ Дәүләт думаһы депутаты: 1994 й. башлап ком‑т рәйесе урынбаҫары, 1996 й. – ком‑т ағзаһы. 2000 й. алып “Красбанк” коммерция банкы дир. советы рәйесе (Мәскәү), “Башптицепром” ДУАХП‑нда ген. дир.; 2003 й. башлап БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ком‑ты, 2008 й. – БР Аграр союзы, 2013 й. алып БР А.х. тауарҙарын етештереүселәр союзы рәйесе. Фәнни тикшеренеүҙәре Башҡ‑н аҙыҡ‑түлек баҙарын формалаштырыуҙың иҡт. проблемаларына арналған. С. етәкселегендә респ. лимузин тоҡомло һыйыр малын үҫтереү һәм ҡаҙҙарҙы сәнәғәт үрсетеүе б‑са хужалыҡтар селтәре булдырылған. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. БР ЮС‑ының 11–12‑се саҡырылыш, РФ Дәүләт думаһының 1–2‑се саҡырылыш, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 3‑сө саҡырылыш депутаты.

Х е ҙ м.: Экономические проблемы формирования и регулирования регионального мясного рынка. Уфа, 1995; Ценовое регулирование регионального мясного рынка. М., 1996.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019