Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

САЛАУАТ МӘМЕРЙӘҺЕ

Просмотров: 622

САЛАУАТ МӘМЕРЙӘҺЕ. Салауат р‑ны Малаяҙ а. көньяҡ‑көнсығышҡа табан 4 км алыҫлыҡта Йүрүҙән й. үҙәненең уң битләүендә урынлашҡан. Карст мәмерйәһе, карбон эзбизташтарында барлыҡҡа килгән. Мәмерйә тотҡа рәүешендә, меридиональ йүнәлештә һуҙылған коридорҙан тора. Оҙонлоғо 54,0 м, уртаса киңлеге 6,0 м, уртаса бейеклеге 3,5 м, майҙаны 125,0 м2, күләме 311,0 м3. Мәмерйәнең ауыҙы ҡоҙоҡ (тәрәнлеге 6,0 м) формаһында, стеналары текә, төбөндә арка рәүешен (киңлеге 2,2 м, бейеклеге 1,5 м) ала. Ауыҙ коридорға алып бара, уның уртаһында ҙур булмаған зал бар. Иҙәне балсыҡ һәм ваҡ таштар м‑н ҡапланған. Т‑ра 0°С. Ауыҙынан 5 м алыҫлыҡта майҙаны 30 м2 еткән боҙлоҡ бар. Атамаһы Салауат Юлаев исеме м‑н бәйле, “Салауат мәмерйәһе” риүәйәте б‑са, 1774 й. ул үҙенең көрәштәштәре м‑н ошо мәмерйәлә йәшеренгән.

А.И.Смирнов

Тәрж. И.М.Япаров

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019