Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

САЛАУАТ ЮЛАЕВ МӘМЕРЙӘҺЕ

Просмотров: 651

САЛАУАТ ЮЛАЕВ МӘМЕРЙӘҺЕ, Е м е р е к т а ш, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). Ишембай р‑ны Маҡар а. көньяҡ‑көнсығышҡа табан 5,7 км алыҫлыҡта Һикәҙе й. (Егән й. ҡушылдығы) үҙәненең уң битләүендәге Кәлимосҡан ҡаяһында урынлашҡан. Карст мәмерйәһе. Оҙонлоғо 35 м, уртаса киңлеге 2,3 м, уртаса бейеклеге 2 м, амплитудаһы 12 м, майҙаны 48 м2, күләме 125 м3. Арка рәүешендәге мәмерйә ауыҙы (киңлеге 5 м, бейеклеге 6 м) ҡаяның аҫҡы өлөшөндә Һикәҙе й. кимәленән 6 м бейеклектә ята. Инеү урыны эргәһендәге ҡыуыштан мәмерйә юлдары башлана: уң яҡ (оҙонлоғо 5—6 м) һәм тишеккә әйләнеүсе һул яҡ (оҙонлоғо 0,5 м) юл. Һуңғыһы ҡыуышҡа (оҙонлоғо 5 м, киңлеге 3 м, бейеклеге 1,5 м) илтә. Мәмерйә ҡоро. Иҙәнендә ваҡ таштар__ һәм балсыҡ ята. Тирә‑яғында ҡарағайҙар үҫә, БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән Клер астрагалы осрай. Мәмерйәнең исеме “Салауат Юлаев” к/ф төшөрөү м‑н бәйле.

Ю.В.Соколов

Тәрж. И.М.Япаров

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019