Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

САЛДЫС, һырт

Просмотров: 369

САЛДЫС, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт. Белорет р‑ны буйлап Инйәр һәм Ҡатаҫҡын (Кесе Инйәр й. ҡушылдығы) йылғалары араһында субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо яҡынса 21 км, киңлеге 3—4 км, абс. бейеклеге 790 м (Сухаров тауы). Бейеклектәре 580— 790 м булған яҡынса 7 түбәһе бар (Салдыс, Имәнле тауҙары). Рельефы тәпәш таулы, йылға үҙәндәре һәм уйһыулыҡтар м‑н йырғыланған; көнбайыш битләүҙәре һөҙәк, төньяҡ-көнсығыш һәм көнсығышта текә. Өҫкө рифейҙың елмәрҙәк свитаһы ҡомташтарынан, алевролиттарынан, аргиллиттарынан, конгломерат, гравелит һәм доломит ҡатламдарынан тора.__ С. итәгендә Инйәр й. ҡушылдыҡтары (Бардин, Категан, Ҡатаҫҡын, Салдыс, Ямашты һ.б. йылғалар) башлана. Ландшафтарҙың бейеклек бүлкәтлеге күҙәтелә: ҡара ылыҫлы шыршы һәм аҡ шыршы урмандары тундра, көрән урман, болон‑тау тупраҡтарындағы тау тундралы һәм бейек үләндәр үҫкән тау болонло һирәк урмандар м‑н алмашына. Көньяҡ Урал ҡурсаулығы терр‑яһында урынлашҡан.

Тәрж. И.М.Япаров

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019