Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

САРУА, йылға

Просмотров: 316

САРУА, йылға, Һалдыбаш й. уң ҡушылдығы, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1985). БР‑ҙың Нуриман р‑ны һәм Силәбе өлк. сигендә Ҡаратау һыртының төньяҡ‑көнбайыш битләүендә башлана. Нуриман р‑ны буйлап төньяҡ‑көнсығыштан көньяҡ‑көнбайышҡа табан аға. Һалдыбаш й. (тамағынан 36 км алыҫлыҡта) ҡоя. Басс. Өфө яйлаһы сиктәрендә урынлашҡан. Даими аҡмаһы булған үҙәненең оҙонлоғо — яҡынса 15 км. Үрге ағымында — карслы Сауыллы й., 5 км аҡҡандан һуң ер аҫтына инеп юғала (һыу аҡмаһы ҡар ирегәндә йәки яуым‑төшөм булғанда билдәләнә). Үҙәндең 28 км һуҙымында даими һыу аҡмаһы булмай, Әлекүҙрә сағылдары һәм уларҙың Кәрим, Алёшкин, Уҫаҡлы, Үләнле, Ҡыҙылташ, Һалабаш, Асҡан һ.б. ҡушылдыҡтарынан тора. Урта ағымында (Саруа а. эргәһендә) йылға Саруа күленә ҡоя. Ландшафы һоро урман тупрағындағы ҡара ылыҫлы‑киң япраҡлы урмандарҙан ғибәрәт, кәҫле‑карбонатлы һәм кәҫле көлһыу тупраҡтарҙағы болондар осрай. Басс. майҙанының 90%‑ын урман ҡаплаған.

В.А.Загорский

Тәрж. А.Н.Күсеев

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019