Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

САТТАРОВ Мәғсүм Мортаза улы

Просмотров: 405

САТТАРОВ Мәғсүм Мортаза улы (30.9.1928, ТАССР‑ҙың Октябрь-Бүләк а. — 27.10.1997, Мәскәү), инженер‑нефтсе. Техник ф. д‑ры (1966), проф. (1969). РСФСР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1984), БАССР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1967), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1974). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1951) һәм 1956— 59 йй. шунда уҡ эшләй; 1953 й. башлап Бөтә Союз нефть һәм газ ҒТИ‑нда (Мәскәү): өлкән инженер, өлкән ғилми хеҙм‑р; 1956 й. алып Башҡ‑н нефть ғилми‑тикшеренеү һәм проект ин‑тында: лаб. етәксеһе, үҙләштереү һәм нефть промыслаһы геологияһы бүлеге етәксеһе, 1971 й. — автоматлаштырылған идара итеү системалары бүлеге мөдире. 1975 й. башлап Бөтә Союз нефть һәм газ сәнәғәтенең ойоштороу, идара итеү һәм иҡтисад ҒТИ‑ның бүлек мөдире, 1992—97 йй. “Нефтегазпроект” ЯСШ‑ның (икеһе лә — Мәскәү) ген. директоры. Фәнни‑производство эшмәкәрлеге нефть һәм газ ятҡылыҡтарын үҙләштереүҙе проектлау һәм уның һөҙөмтәлелеген арттырыу проблемаларын өйрәнеү м‑н бәйле. Уның тарафынан матем. статистика ихтималлығы теорияһын ҡулланып гидродинамик иҫәпләү, скважина селтәрҙәренең тығыҙлығы төрлө булғанда нефть сығарыу коэф. билдәләү методикаһы эшләнгән, Арлан нефть ятҡылығын, Туймазы нефть ятҡылығын, Шкапов нефть ятҡылығын һ.б. үҙләштереү проекттары төҙөлгән. С. етәкс. СССР‑ҙың нефть сығарыу сәнәғәтен биш йыллыҡ программалы‑маҡсатлы планлаштырыу б‑са эштәр алып барылған. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. И.М.Губкин ис. пр. лауреаты (1983). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1971, 1981).

Х е ҙ м.: Разработка нефтяных месторождений при режиме растворённого газа. М., 1962 (авторҙ.); Проектирование разработки крупных нефтяных месторождений. М., 1969.

К.С.Баймөхәмәтов

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019