САТЫРТАУ
522
САТЫРТАУ, ҡалдыҡ тау, тәбиғәт ҡомартҡыһы (2005). Әлшәй р‑ны Ҡыпсаҡ‑Асҡар а. төньяҡҡа табан 1,5 км алыҫлыҡта Дим й. уң ярында урынлашҡан. Абс. бейеклеге 266 м. Түбәһе яҫы, битләүҙәре текә. Өҫкө пермдең ҡазан ярусы алевролиттарынан, ҡомташтарынан, аргиллиттарынан, мергелдәренән, эзбизташтарынан тора. Ландшафы ҡомташлы далаларҙың респ. һирәк осраған петрофит участкаларынан ғибәрәт. Үҫемлектәрҙең БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән һирәк төрҙәре үҫә: Гельм астрагалы, Ипполит ҡыйыҡтажы, мөсһөҙ етенүлән, селтәрле люцерна, һылыу ҡылған һ.б.
А.Ә.Мулдашев
Тәрж. И.М.Япаров
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019
Энциклопедиялар: