Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СӘФӘРОВ Тәүис Әғләм улы

Просмотров: 324

СӘФӘРОВ Тәүис Әғләм улы (19.8.1937, БАССР‑ҙың Кушнаренко р‑ны Илек а. — 7.10.2008, Өфө), иҡтисадсы. Тарих ф. канд. (1981), иҡт. ф. д‑ры (2003). БР‑ҙың атҡ. сауҙа хеҙм‑ре (1998). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1961) Кушнаренко һәм Саҡмағош р‑ндарында мәктәп дир. булып эшләй. 1967 й. алып ТТӘИ‑нең ғилми хеҙм‑ре, 1972 й. — БДПИ‑ла, 1977 й. башлап БДМИ‑ла, 1979 й. — Бөтә Союз ситтән тороп уҡыу финанс‑иҡт. ин‑тының Өфө ф‑тында, 1989—2004 йй. Рәсәй сауҙа‑иҡт. ун‑тының Өфө ин‑тында уҡыта (2001 й. тиклем ректор). Фәнни тикшеренеүҙәре БР‑ҙың тышҡы иҡт. эшмәкәрлеге, РФ төбәгенең донъя хужалығына интеграцияһы мәсьәләләренә арналған. 77 фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Развитие внешнеэкономических связей Республики Башкортостан в 90‑е годы. М., 1998; Социально‑экономические проблемы образования в условиях перехода к рынку. Уфа, 1999 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019