Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

САФИНА Наилә Файыҡ ҡыҙы

Просмотров: 328

САФИНА (Круговых) Наилә Файыҡ ҡыҙы (4.11.1963, Ишембай ҡ.), патофизиолог. Мед. ф. д‑ры (2001). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1988) Ишембай үҙәк район дауаханаһында, 1994—98 йй. һәм 2001—03 йй. — БДМУ‑ла (2001 й. алып биол. каф. мөдире), 1998—99 йй. Респ. кардиология диспансерында эшләй. 2003 й. алып Мәскәүҙә. Фәнни тикшеренеүҙәре экологик факторҙарҙың кеше һаулығына йоғонтоһо проблемаларына арналған. С. тарафынан озондың ион гомеостазына тәьҫире үҙенсәлектәре, липидтарҙың перекислы окисланыуы, ҡанда фагоциттарҙың функциональ әүҙемлеге һ.б., тын алыу һәм йөрәк‑ҡан тамырҙары системаһы ағзалары ауырығанда биохимик процестар өйрәнелә. С. антибиотиктар ҡулланыу һөҙөмтәлелеген баһалау өсөн хемилюминесцент ысулын камиллаштыра. 80‑дән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 1 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Экология и здоровье. М.; 2002 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019