Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

САФИУЛЛИН Руслан Ильяс улы

Просмотров: 376

САФИУЛЛИН Руслан Ильяс улы (21.10.1970, БАССР‑ҙың Борай р‑ны Борай а.), уролог. Мед. ф. д‑ры (2007), проф. (2010). РФ‑тың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2007). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1993) 1994 й. тиклем Респ. клиник дауаханаһында эшләй. 1995 й. башлап БДМУ‑ла уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге аллоген тоташтырғыс туҡыма биоматериалдарын ҡулланып урология ауырыуҙарын, ш. иҫ. бәүел юлының йәрәхәттән һуң һәм ҡабатланыу стриктураһын, оператив дауалау ысулдарын уйлап табыуға һәм камиллаштырыуға арналған. С. ҡатнашлығында ирҙәрҙә бәүел юлының пластика ысулы, аллоген һеңер трансплантат ҡулланып оҙонайта һәм йыуанайта торған фаллопластика уйлап табыла. 270‑тән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 9 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Аллогенные соединительно‑тканные трансплантаты в урологии. Уфа, 2010 (авторҙ.); Фитотерапия в урологии Уфа, 2011 (авторҙ.).

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019