Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СЕЙСМОРАЗВЕДКА

Просмотров: 427

СЕЙСМОРАЗВЕДКА, с е й с м и к р а з в е д к а, разведка геофизикаһы ысулы, Ер ҡабығында яһалма шартлатыу йәки тауыш ярҙамында барлыҡҡа килгән һығылмалы тулҡындарҙың таралыу характерын өйрәнеүгә нигеҙләнә. Таралғанда һығылмалы тулҡындар геол. сиктәрҙә сағыла һәм һына, өлөшләтә Ер өҫтөнә кире ҡайта, унда Ер өҫтөнөң механик тирбәлеүҙәрен электр тирбәлеүҙәренә әйләндереүсе приборҙар- сейсмоприёмниктар м‑н теркәлә. Һығылмалы тулҡындарҙың таралыу тиҙлеге туранан‑тура тау тоҡомдары составына бәйле, был С. мәғлүмәттәре б‑са гравиразведка м‑н бергә быраулау барып етмәгән тәрәнлеккә тиклем геол. киҫелештәр төҙөргә мөмкинлек бирә. С. һөҙөмтәләре углеводородлы сеймал табылыу ихтималлығынкүрһәткән геол. структураларҙы эҙләү өсөн ҡулланыла. Һығылмалы тулҡындарҙың тибына һәм ялан эштәрен башҡарыу методикаһына бәйле С. бер нисә модификацияһы айырыла: һынылған тулҡындар ысулы, һынылған тулҡындарҙың корреляция ысулы, кире ҡайтҡан тулҡындар ысулы, тәрәндәге дөйөм нөктә ысулы, тәрәндә сейсмик зондлау һ.б.; параметрик скважиналарҙа вертикаль сейсмик формалау үткәрелә. Башҡортостанда С. тәүге тапҡыр 1931 й. һынылған тулҡындар ысулын (С.С.Жуков, А.А.Дашкевич), 1934 й. кире ҡайтҡан тулҡындар ысулын (Е.А.Коридалин) файҙаланып, Ишембай нефть ятҡылығында уҙғарыла, тикшеренеү һөҙөмтәләре Көҫәпҡол нефть ятҡылығының риф массивын асыуға булышлыҡ итә. 1938 й. алып тикшеренеүҙәр “Башнефть” тресының (һуңыраҡ “Башнефтегеофизика” тресы) сейсмик партияһы (етәксеһе В.Д.Сапожников) тарафынан үткәрелә. 50‑се йй. һынылған тулҡындар ысулы һәм кире ҡайтҡан тулҡындар ысулы эштәре күп каналлы СС‑24‑46 һәм СС‑26‑51Д станцияларын ҡулланып уҙғарыла. Тикшеренеү һөҙөмтәләре Загорский, Йөгәмеш, Саҡмағош, Сытырман, Турбаҫлы майҙандарында нефть эҙләүҙә һәм палеозой тоҡомдарында нефть ятҡылыҡтарын асыуҙа файҙаланыла (И.Ш.Дивеев, Н.И.Марьин, М.Д.Семенец һ.б.). 50—60‑сы йй. уртаһында С. ысулдары комплексы һәм электроразведка ярҙамында үткәрелгән тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһендә трестың Көньяҡ Башҡ‑н геофизик экспедицияһы тарафынан Башҡортостандың Урал алдының көньяҡ өлөшөндә эре нефтле күмелгән Күмертау, Ҡаҙлайыр, Ҡансыра, Муса, Прокопьевский риф массивтары һәм Бөркөт, Исем, Подгорный, Һарытау геол. структуралары асыла (П.И.Зюзин, Г.А.Некрасов, Д.А.Санников, А.Д.Семенец, М.Ф. Татлыбаев, Я.И.Шульц, Г.А.Әбдрәҡипов, К.Н.Әмиров, Н.К.Юнысов һ.б.). 1963 й. башлап тәрәндәге дөйөм нөктә ысулы ҡулланыла (В.И. Белошицкий, И.Г.Вәлиев, Е.Ф.Коваленко, В.В.Рыбачек һ.б.); С. мәғлүмәттәре ЭВМ‑да эшкәртелә (Ю.Г. Вульфович, В.В.Дуброва, Р.Х.Йәнекәев, З.С. Коваленко, А.С.Кронрод, В.И.Лебедев, А.П.Павлов һ.б.); сейсмик тикшеренеүҙәрҙең һөҙөмтәләрен дөйөмләштереү м‑н тематик партия шөғөлләнә (етәксеһе Ф.И.Хатьянов). 60‑сы йй. Көнбайыш геофизика тресы м‑н берлектә Башҡортостандың Урал аръяғының мәғдән р‑ндары терр‑яһына комплекслы төшөрөү үткәрелә, был мәғдән ятҡылыҡтары өсөн эҙләү критерийҙарын эшләүгә ярҙам итә. 70‑се йй. “Башкиргеология” ПБ‑ның Башҡ‑н геофизик экспедицияһында сейсмик партия эшләй, унда кире ҡайтҡан тулҡындар ысулы ярҙамында перспективалы Баймаҡ, Бүребай, Сибай, Учалы һәм Әбйәлил мәғдән р‑ндары майҙандарының тәрәндәге төҙөлөшө тикшерелә. 90‑сы йй. халыҡ‑ара ЕВРОПРОБА программаһының URSEIS—95 проекты сиктәрендә БР һәм Силәбе өлк. терр‑яһында, сейсмик ысулдар комплексын файҙаланып, 500 км трассала ялан эштәренең тулы комплексы башҡарыла. 2000 й. алып БР‑ҙа респ. платформалы өлөшөнөң девон алды ултырмаларына тикшеренеүҙәр алып барыла, унда гравиразведкалы һәм магниторазведкалы ер өҫтө һәм аэромагнит күҙәтеүҙәр м‑н 2Д тәрәндәге дөйөм нөктә ысулы ярҙамында 8 төбәк профиле эшләнә һәм углеводородлы сеймалды эҙләү скважиналарын урынлаштырыу өсөн тәҡдимдәр яһала (Т.С.Ардашева, В.Г. Денисенко, В.Г.Мавричев, Т.А.Фетисова, А.А.Цветкова, С.П.Чемоданов һ.б.). Респ. платформалы өлөшөнөң С. м‑н өйрәнелеүе 6 км тәрәнлеккә етә.

А.А.Цветкова

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019