Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СЕЛЛАИТ, минерал

Просмотров: 405

СЕЛЛАИТ (итал. минералогы К. Селла исеменән), фторидтар класы минералы, MgF2. Кристалдары бағана, оҙон призма формаһынан алып энәлегә тиклем. Агрегаттары ваҡ бөртөклө, кристаллы ҡабыҡ һәм айырым бөртөктәр рәүешле. Төҫө аҡ, төҫһөҙ, быяла кеүек ялтыр. Ҡатылығы 5—6, тығыҙлығы 3170 кг/м3. Тоҙло, доломит‑ангидрит, фумароль ултырмаларҙа һәм гидротермаль ятҡылыҡтарҙа барлыҡҡа килә. Сит илдә С. (башлыса синтетик) оптик производствола ҡулланыла. Уралда С. тәүге тапҡыр БР‑ҙа Соран плавик шпаты (ҡара: Флюорит) ятҡылығында табыла, унда 105—130°С барлыҡҡа килеү т‑раһы м‑н флюоритҡа тиклемге юлаҡтарҙы ҡаплай; запасы 180 мең т баһаланған айырым мәғдән сортына индерелә.

А.А.Алексеев

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019