Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СЕМЁНОВ Владимир Дмитриевич

Просмотров: 362

СЕМЁНОВ Владимир Дмитриевич (10.1.1938, Орехово‑Зуево ҡ.), тау инженеры‑геофизик. Геол.‑минералогия ф. канд. (1978). Мәскәү геол.- разведка ин‑тын тамамлағандан һуң (1961) Ырымбур терр. геол. идаралығында эшләй: отряд нач., партияның өлкән геофизигы. 1969 й. алып “Башкиргеология” ПБ‑ның Башҡ‑н геофизика экспедицияһының өлкән геофизигы, партия нач., баш геофизигы, 1985 й. — Бөтә Союз геол. разведка скважиналарын геофизик өйрәнеү ғилми‑тикшеренеү һәм проект- конструкторлыҡ ин‑тының (Октябрьский ҡ.) өлкән ғилми хеҙм‑ре, 1997 й. — «“Соран” тау компанияһы » ААЙ‑ның (Белорет р‑ны Ишле а.) өлкән геофизигы, 2000—03 йй. “УралГЕО” ЯСЙ‑ның (Өфө) тематик төркөмө начальнигы. Фәнни‑производство эшмәкәрлеге мәғдән ятҡылыҡтарының разведка геофизикаһы м‑н бәйле. С. тарафынан ер өҫтө скважиналары электроразведкаһы технологиялары уйлап табыла һәм ғәмәлгә индерелә: зарядтың бәләкәй масштаблы электрометрик һәм магнит ҡырҙарын үлсәп башҡарылған ысулдары һ.б. Юбилейный баҡыр колчеданы ятҡылығын һәм Подольск баҡыр колчеданы ятҡылығын асыуҙа ҡатнаша. 80‑дән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 8 уйлап табыу авторы. СССР‑ҙың Дәүләт пр. лауреаты (1980).

Х е ҙ м.: Электроразведка методом заряда. М., 1987 (авторҙ.).

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019