Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СЕНЧЕНКО Геннадий Степанович

Просмотров: 466

СЕНЧЕНКО Геннадий Степанович (5.2.1919, Украина ССР‑ы Злинка а. — 17.7.1985, Өфө), геолог. Геол.-минералогия ф. д‑ры (1976). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Һарытау ун‑тын тамамлағандан һуң (1941) шунда уҡ эшләй: Геология ҒТИ‑ның геологы, өлкән ғилми хеҙм‑ре. 1952—85 йй. Геология ин‑тында: өлкән ғилми хеҙм‑р, 1964 й. алып сектор мөдире, 1965 й. — тектоника лаб. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге геоморфология һәм тектоника м‑н бәйле. С. тарафынан Көньяҡ Уралдың йыйырсыҡлы формаларының морфол. өйрәнелгән һәм уларҙың арауыҡта урынлашыу законлыҡтары, хәҙ. геологияла өҙөк боҙоҡлоҡтар (ш. иҫ. шарьяждар һәм ҡаплау шыуҙырмалары) роле һәм Ер ҡабығының тәрәндәге төҙөлөшө м‑н уларҙың корреляцияһы асыҡланған. ГДР ғалимдары м‑н берлектә Альп һәм Уралдың герцин структураларын тикшереүҙә, 1:200000 масштаблы СССР‑ҙың Дәүләт геол. картаһын төҙөүҙә ҡатнаша (1954). 80‑гә яҡын фәнни хеҙмәт авторы. 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1943), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944, 1945) орд. м‑н бүләкләнгән.

Х е ҙ м.: Складчатые структуры Южного Урала. М., 1976. Тәрж. Г.М.Ғәлиева

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019