Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СӘСӘТМӘ

Просмотров: 310

СӘСӘТМӘ, б ы у м а й ү т ә л, кешененең киҫкен инфекцион ауырыуы. С. тыуҙырыусы — Bordetella (Hаemophilus) pertussis бактериялары, тышҡы мөхиттә тотороҡһоҙ, дезинфекциялау саралары, ҡояш нурҙары һ.б. тәьҫирендә үлә. С. яңы тыуған һәм мәктәпкәсә йәштәге балалар тиҙ бирешеүсән. Һауа аша йоға. Ауырыуҙың үҫеше иммунитеттың барлығынан һәм көсөргәнешлегенән тора. С. типик һәм типик булмаған формаға бүленә. Сәсәтмә таяҡсалары тын юлдары эпителийының лайлалы тиресәһе шешеүенә килтерә һәм ҡан тамырҙары системаһына үтеп ингән токсиндар бүлеп сығара. Инкубация осоро — 7—14 көн. Төп симптомдары: башланған ваҡытта — киҫкен респиратор вирус инфекцияһының клиник билдәләре, 2—15 көндән үҙенсәлекле тартышып һыҙғырып тын алыулы (реприз) ныҡлы өйәнәк рәүешендәге спазмалы йүтәл килеп сыға, ул үпкә вентиляцияһының, ҡан әйләнешенең дөрөҫ эшләмәүенә һәм кислород етешмәүенә булышлыҡ итә. Диагностика өсөн эпидемиологик анамнез, клиник һәм лаб. (лайла бактерияларын сәсеү, иммуннофермент анализ) тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләре ҡулланыла. Дауалау: медикаментоз (үҙенсәлекле иммуноглобулин, антибиотиктар, антигистамин, нейролептик, седатив препараттар һ.б.), кислород терапияһы һ.б. Ихтимал булған өҙлөгөүҙәр: тын алыу туҡталышы (апноэ), пневмония, ателектаз, энцефалит. Үҙенсәлекле профилактика сараһы булып комплекслы адсорбциялаусы сәсәтмә‑дифтерия‑столбняк (АСДС) вакцинаһы составына ингән сәсәтмә антигены ярҙамында иммунитетты күтәреү тора. Башҡортостанда 100 мең кешегә С. м‑н ауырығандар түбәндәгесә теркәлгән: 2007 й. — 2,67; 2009 — 0,74; 2011 — 0,93. Республикала С. үҙенсәлекле профилактикалау өсөн препараттар уйлап сығарыу б‑са фәнни тикшеренеүҙәр 20 б. 50‑се йй. алып Өфө вакциналар һәм сывороткалар ҒТИ‑нда (ҡара: “Иммунопрепарат”) башлана, 1957 й. — сәсәтмә вакцинаһы, 1958 й. — ҡушылған препараттар әҙерләү өсөн сәсәтмә суспензияһы, 1964 й. АСДС вакцинаһы етештереү ойошторола (Я.С.Нейштадт һ.б.), 1982 й. АСДС вакцинаһында сәсәтмә компонентын етештереү технологияһы камиллаштырыла (В.Д.Смирнов, В.В.Сперанский һ.б.), 1995 й. адсорбцияланған сәсәтмә анатоксины уйлап табыла, 1998 й. донъяла тәүге тапҡыр сәсәтмәгә ҡаршы антитоксик иммуноглобулин уйлап сығарыла, етештереүгә һәм дауалау практикаһына индерелә (В.П.Головин, Смирнов, Р.Ә.Һөйөндөкова һ.б.).

В.Б.Егоров, Н.А.Поспеева

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019