Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СӘХӘҮЕТДИНОВ Венер Гәзиз улы

Просмотров: 630

СӘХӘҮЕТДИНОВ Венер Гәзиз улы (1.1.1939, БАССР‑ҙың Йомағужа р‑ны Кинйәбай а. — 6.1.2019, Өфө, БР‑ҙың Мәләүез р‑ны Томансы а. ерләнгән), хирург. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (1997), мед. ф. д‑ры (1979), проф. (1980). РФ‑тың (1991) һәм БАССР‑ҙың (1985) атҡ. фән эшмәкәре, БР‑ҙың атҡ. табибы (1994), РФ‑тың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1999), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1987). Яҙыусылар союзы ағзаһы (2015). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1962) Сибай ҡала дауаханаһында эшләй (1964 й. алып бүлек мөдире), 1966 й. башлап СССР Мед. ФА клиникаларында (Мәскәү) эшләй. 1968 й. алып БДМУ‑ла: 1979 й. башлап колопроктология курсы м‑н факультет хирургияһы каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1981—86 йй. ректор, 2008 й. алып ректор кәңәшсеһе. 1998—2003 йй. БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың хеҙмәт, соц. мәсьәләләр һәм һаулыҡ һаҡлау б‑са ком‑т рәйесе. Фәнни эшмәкәрлеге микрохирургия, абдоминаль хирургия, хирургик инфекциялар проблемаларына, остеомиелит, хроник пневмония, йыуан эсәк ауырыуҙары һ.б. диагностикаһын камиллаштырыуға һәм дауалауға арналған. 550‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 30 уйлап табыу авторы. БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 1—3‑сөсаҡырылыш депутаты. БР Президент Советы ағзаһы (1995—99). Почёт (1998), “Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” (2012) орд. м‑н бүләкләнгән.

Хеҙм.: Дивертикулёз толстой кишки. Уфа, 1995 (авторҙ.); Новые подходы выполнения симультанных операций в абдоминальной хирургии. Уфа, 2001 (авторҙ.); Моя философия жизни. Уфа, 2015. 

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019