Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СӘХӘҮЕТДИНОВА Гөлнар Морат ҡыҙы

Просмотров: 309

СӘХӘҮЕТДИНОВА Гөлнар Морат ҡыҙы (19.8.1962, Өфө), терапевт. Мед. ф. д‑ры (2005). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1986) Химия ин‑тында, 1996 й. алып БР ФА‑ла эшләй; 2007 й. башлап БДМУ‑ла уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге кардиология һәм мед. генетикаһы проблемаларына арналған. С. тарафынан БР ауыл халҡының гипертония ауырыуҙары үҫешенә хәүеф факторҙарының тәьҫире өйрәнелә; артериаль гипертензия булған пациенттарҙың ҡан тамырҙары үҙгәреүен иртә билдәләү һәм ауырыуҙың үҫешен иҫкәртеү б‑са ғәмәли тәҡдимдәр индерелә, уның ҡатнашлығында глицирризин һәм глутамин к‑талары нигеҙендәге беренсел иммун яуапты һәм үҙенсәлекле булмаған резистентлыҡты көйләгән препарат, генетик факторҙар хәүефлеге б‑са гипертоник ауырыуҙар үҫешен, киҫкен коронар синдромды алдан билдәләү ысулдары эшләнә. 100‑гә яҡын фәнни хеҙмәт һәм 3 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Лечение артериальной гипертонии и ишемической болезни сердца у лиц пожилого возраста. Уфа, 2001 (авторҙ.); Артериальная гипертония, вопросы диагностики и профилактики. Уфа, 2002 (авторҙ.); Фитотерапия при артериальной гипертензии. Уфа, 2010 (авторҙ.).

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019