Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СИБАЕВ Вәзир Мәсғүт улы

Просмотров: 357

СИБАЕВ Вәзир Мәсғүт улы (4.11. 1958, Өфө), хирург. Мед. ф. д‑ры (2007). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1985) ӨМЭПБ мед.-санитария бүлегенең 13‑сө ҡала дауаханаһында эшләй, 2000 й. алып БДМУ‑ның өҫтәмә проф. белем биреү ин‑тында уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге ҡорһаҡ ҡыуышлығы ағзалары ауырыуҙары диагностикаһында эндоскопия (ш. иҫ. лазерлы допплер флоуметрияһы һәм эндоскопик видеокапсула ҡулланып) ысулдарын эшләүгә, абдоминаль хирургияла һәм гинекологияла миниинвазив технологияларҙы камиллаштырыуға арналған. С. ҡатнашлығында видеоэндоскопик тикшеренеүҙәр ваҡытында лайлалы тиресәләрҙең колориметрияһы ысулы һәм уның нигеҙендә сероз тиресәләрҙең шешеү реакцияһын баһалау алымы һ.б. эшләнгән. 120‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 4 уйлап табыу авторы. БР‑ҙың фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт пр. лауреаты (2007).

Х е ҙ м.: Видеоэндоскопическая капсульная диагностика заболеваний органов брюшной полости. М., 2006 (авторҙ.); Комбинированные миниинвазивные вмешательства в абдоминальной хирургии. Уфа, 2008 (авторҙ.); Острый панкреатит. Уфа, 2008 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019