Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СИБАЙ БАЛАЛАР АҘЫҒЫ ҺӨТ-КОНСЕРВА КОМБИНАТЫ

Просмотров: 345

СИБАЙ БАЛАЛАР АҘЫҒЫ ҺӨТ- КОНСЕРВА КОМБИНАТЫ, “С и б а й к о н с е р в м о л о к о”, балалар аҙығы, киптерелгән һөт һәм сыворотка, натрий казеинаты, аҡ май һ.б. етештереү пр‑тиеһы. 1979 й. нигеҙ һалына, 1984 й. сафҡа индерелә, 1985 й. пр‑тие составына Сибай май- сыр комб‑ты (1962 й. нигеҙ һалына) инә; 1994 й. алып ААЙ (2000 й. — тиҙ эреүсән һөт һәм балалар аҙығы, 2002 й. һөтлө һәм һөтһөҙ балалар бутҡаһы сығарыу үҙләштерелә), 2008 й. ябыла. Составына май (1984), консерва (1985), айыртылмаған һөт продукцияһы (1988) цехтары ингән. 2005 й. 335 кеше эшләгән; 101 т айыртылмаған һөт продукцияһы етештерелгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑та һатылған, яҡын сит илдәргә сығарылған. Комб‑т продукцияһы (һөтлө һәм һөтһөҙ бутҡалар) “Алтын көҙ” Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһенең көмөш миҙалына лайыҡ була (Мәскәү, 2003). 2006 й. алып пр‑тие терр‑яһында “Урал аръяғы продукттары” ЯАЙ урынлаша, ул оҡшаш продукция етештерә.

Тәрж. Г.Ҡ. Ҡунафина

 

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019