Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СИБӘҒӘТУЛЛИН Нур Ғасим улы

Просмотров: 287

СИБӘҒӘТУЛЛИН Нур Ғасим улы (29.11.1953, БАССР‑ҙың Дәүләкән р‑ны Суйынсы а.), кардиохирург. Мед. ф. д‑ры (2001), проф. (2008). ТР‑ҙың атҡ. табибы (2013), БР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2007). БДМИ‑ны тамамлаған (1977). 1978 й. алып — Дәүләкән үҙәк район дауаханаһында (1982 й. башлап бүлек мөдире), 1985—2001 йй. Өфөнөң 6‑сы ҡала дауаханаһында эшләй, бер үк ваҡытта 1990 й. алып БДМУ‑ла уҡыта, 2001 й. — Респ. кардиология диспансерында бүлек мөдире. 2008 й. башлап “Татнефть” ААЙ‑ның (Әлмәт ҡ.) мед.‑санитария бүлегендә бүлек мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге кәрәкле урында ҡулланыу өсөн аутотуҡымалар, антибиотиктарҙың пролонгирланған формаларын файҙаланып биокомпозит материалдар эшләүгә, кардиохирургияла операциянан һуңғы инфекцион өҙлөгөүҙәр иммунопрофилактикаһына һ.б. арналған. С. ҡатнашлығында аутоперикардиаль трансплантаттың композитлы модификацияһы,__ хирургияла вакцина препараттарын венаға ебәреү ысулы һ.б. эшләнгән. 300‑гә яҡын фәнни хеҙмәт һәм 41 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Разработка и применение имплантатов на основе гликозаминогликанов и комплексов метиленового синего в хирургии. Уфа, 2005 (авторҙ.); Инфекционный эндокардит. Уфа, 2006 (авторҙ.); Нестандартные решения (записки хирурга). Казань, 2013.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019