Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СИБИРЯК Сергей Владимирович

Просмотров: 341

СИБИРЯК Сергей Владимирович (6.11.1955, Өфө — 26.6.2009, шунда уҡ), иммунолог. Мед. ф. д‑ры (1996), проф. (2000). БДМИ‑ны тамамлаған (1979). 1980 й. алып Өфөнөң ашығыс мед. ярҙамы станцияһында эшләй, 1982 й. — Органик химия ин‑тының өлкән инженеры, 1984 й. башлап БДМИ‑ла уҡыта, 1992 й. алып Бөтә Рәсәй күҙ һәм пластик хирургия үҙәгенең бүлек мөдире, 2006 й. — РФА Урал бүлексәһенең Иммунология һәм физиол. ин‑тының баш ғилми хеҙм‑ре, төп ғилми хеҙм‑ре (Екатеринбург ҡ.), бер үк ваҡытта Биохимия һәм генетика ин‑тында баш ғилми хеҙм‑р. Фәнни эшмәкәрлеге иммунитет регуляцияһы һәм иммун системаһының тирә‑яҡ мөхит тәьҫиренә адаптацияһы механизмдарын, күҙәнәктәр иммунитеты активлығын көйләүҙә “химик микромөхит”тең һәм цитохром Р450‑бәйле монооксигеназ системаһының ролен өйрәнеүгә, апоптоздың иммунологик аспекттарына, иммун статусын баһалау ысулдарын эшләүгә һ.б. арналған. С. ҡатнашлығында иммунотроп, антиагрегацион һәм бәшмәктәргә ҡаршы активлыҡ тыуҙырған, йөрәк мускулының ишемияға ҡаршы тороу һәләтен күтәргән һ.б. дарыуҙар эшләнгән. 240‑тан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 7 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Иммуномодуляторы. Уфа. 1999 (авторҙ.); Цитокиновая регуляция биотрансформации ксенобиотиков и эндогенных соединений. Екатеринбург, 2007 (авторҙ.); Оценка апоптоза в иммунологических исследованиях. Екатеринбург, 2008 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019