Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СИДЕРИТ, минерал

Просмотров: 341

СИДЕРИТ, т и м е р ш п а т ы, карбонаттар класы минералы, FeCO3. Магнезит һәм родохрозит (MnCO3) изоморфик рәттәре м‑н өҙлөкһөҙ бәйләнгән, тулы булмаған FeCO3—CaCO3 рәтен барлыҡҡа килтерә. MgCO3 миҡдары б‑са — сидероплезит (30%‑ҡа тиклем), пистомезит (30—50%); марганец б‑са манганосидерит, олигонит айырыла. Кристалдары ромбоэдр, призма, пластинка формаһында. Агрегаттары бөртөклө, тығыҙ, балсыҡлы, тәлгәшле. Төҫө һоро, һарғылт, ҡара, ҡыҙғылт көрән; быяла, мәрүәт кеүек ялтыр. Ҡатылығы 4, тығыҙлығы 3960 кг/м3, йәбешкәклеге камил. Генезисы гидротермаль‑метасоматик, һарҡыуҙан барлыҡҡа килә. Карбонатлы ҡатламдарҙа ҡатлам ятыштарын барлыҡҡа килтерә. Тимер мәғдәндәренең төп минералы. БР‑ҙа Башҡорт мегантиклинорийының аҫҡы һәм урта рифей ултырма ҡатламдарында үҫешкән. С. ҡатлам һәм линза рәүешендәге ятыштары анкерит м‑н һоро тимер мәғдәне ятҡылыҡтарының, ш. иҫ. Туҡан тимер мәғдәне ятҡылығының, Кордон, Евлук, Оло Евлук, Казаковский һ.б. мәғдән сығанаҡтарының (Егәҙе‑Комаров һәм Әүжән мәғдән р‑ндары) окисланыу зонаһынан аҫтараҡ (50 м һәм күберәк тәрәнлектә) осрай. Мәғдән есемдәренең формаһы ҡатлам һәм линза формаһында, ҡалынлығы 5—45 м һәм унан да ашыу.

Н.Н.Ларионов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019