Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СИЛУР

Просмотров: 569

СИЛУР, с и л у р  с и с т е м а һ ы (о с о р о), палеозойҙың өсөнсө хроностратиграфик бүлексәһе. Осорҙоң башы — 443,7±1,5 млн йыл, аҙағы — 416,0±2,8 млн йыл (ҡара: Геохронология). 1835 й. Р.Мурчисон тарафынан айырып күрһәтелә, хәҙ. Уэльс графлығында (Бөйөк Британия) йәшәгән боронғо силур ҡәбиләһе исеме м‑н аталған. Халыҡ‑ара стратиграфия шкалаһы б‑са дүрт сериянан (дәүерҙән) тора: лландоверий, венлок, лудлов, пржидоль. Уралда С. ике бүлеккә (дәүергә) айырыла: аҫҡы, өҫкө. Аҫҡы бүлеге — лландоверий, венлок, өҫкөһө лудлов, пржидоль ярустарына бүленә (аҫтан өҫкә). С. осоронда Гондвана, Сибирия, Казахстания, Балтика һәм Лавразия палеоконтиненттары Япетус, Реик, Палеоурал, Палеоазия палеоокеандары м‑н бер‑береһенән айырыла. Субдукция зоналарында Япетус океаны ябыла, Балтика һәм Лавразия араһында коллизия була, Лавруссия палеоконтиненты һәм уны тоташтырған каледон йыйырсыҡлы системаһы барлыҡҡа килә. С. осоро барышында Палеоурал океанында Тагил утрау дуғаһы була, унда Ағалтынлы бүлкәттең ҡалын вулкан‑ултырма ҡатламдары һәм магматик массивтары формалаша. Фаунаның төп төркөмөнә граптолиттар инә, конодонттар, брахиоподтар, мәрйендәр, остракодтар һ.б. осрай. Криноидеялар, яңаҡһыҙ балыҡтар тиҙ үҫешә. Тәүге тапҡыр яңаҡ ауыҙлы балыҡтар (акантодтар) барлыҡҡа килә. Үҫемлектәр донъяһы ылымыҡтарҙан, псилофиттарҙан, көкөрт үләндәренән ғибәрәт. Ер өҫтө тереклеге барлыҡҡа килә (бәшмәктәр, үрмәкселәр, ҡырғаяҡтар). Лавруссия (ш. иҫ. хәҙ. Урал терр‑яһы) түбән киңлектәрҙә урынлашҡан була һәм йылы климат м‑н характерлана, бының м‑н континент ситтәрендә барьер рифтары киң үҫеш ала. С. һәм иртә девонда Көньяҡ Уралда ултырма тоҡомдар тупланыуҙың аныҡ трансгрессив‑регрессив циклы формалаша.

В.Н.Пучков

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019