Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СЛУЧЕВСКИЙ Измаил Фёдорович

Просмотров: 365

СЛУЧЕВСКИЙ Измаил Фёдорович (17.10.1903, Тула ҡ. — 21.6.1966, Ленинград), психиатр. Мед. ф. д‑ры (1938), проф. (1943). РСФСР‑ҙың атҡ. табибы (1944), БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1944), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1943). 1‑се Ленинград мед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1926) шунда уҡ эшләй, 1932 й. — Һамар мед. ин‑тында, 1935 й. — Ленинград психиатрия дауаханаһында бүлек мөдире. 1936 й. башлап Өфөлә: БДМИ‑ла (1937 й. алып психиатрия каф. мөдире), бер үк ваҡытта Респ. психиатрия дауаханаһының баш табибы һәм 1939 й. — К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тының психология каф. мөдире. 1946 й. башлап СССР Мед. ФА‑ның Психиатрия ин‑тының эксперименталь психиатрия һәм психоздар терапияһы клиникаһы мөдире (Мәскәү), бер үк ваҡытта 1947 й. алып Ленинград табиптарҙың белемен камиллаштырыу ин‑тының психиатрия каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге эпилепсия, шизофрения, инфекцион психоздар, хроник алкоголизм, сурдомутизм һ.б. патогенезын өйрәнеүгә һәм уларҙы дауалау ысулдарын эшләүгә, мед. психологияһы, суд‑психиатрия экспертизаһы һ.б. мәсьәләләргә арналған. Өфөлә эпилепсияны өйрәнеү б‑са ғилми‑тикшеренеү проблемалар лаб. ойоштороусы (1937). 130‑ҙан ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Башҡ‑н невропатологтар һәм психиатрҙар йәмғиәте идараһы рәйесе (1939—46). Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1961).

Х е ҙ м.: Психиатрия. М., 1957.

В.Л.Юлдашев

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019