Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СМОРОДИНЦЕВ Анатолий Александрович

Просмотров: 750

СМОРОДИНЦЕВ Анатолий Александрович [6.4.1901, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Асҡын а. (БР‑ҙың Асҡын р‑ны) — 6.8.1986, Ленинград], вирусолог, иммунолог. СССР‑ҙың Мед. ФА акад. (1966). Томск ун‑тын тамамлағандан һуң (1923) Томск бактериология ин‑тында эшләгән. 1926 й. алып Ленинградта: Әсәлек йорто‑ин‑тының, 1932—38 йй. Л.Пастер ис. Эпидемиология һәм микробиол. ин‑тының, 1946—67 йй. Эксперименталь мед. ин‑тының бүлек мөдире, 1967 й. башлап Бөтә Союз грипп ҒТИ‑нда: ойоштороусы һәм дир., 1972 й. — бүлек мөдире. 1938—45 йй. Бөтә Союз эксперименталь мед. ин‑тында (Мәскәү) бүлек мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге вирустарға ҡаршы иммунитет механизмын, вируслы ауырыуҙарҙың этиологияһын, эпидемиологияһын, патогенезын өйрәнеүгә, уларҙың лаб. диагностикаһы һәм вакцинопрофилактикаһы ысулдарын эшләүгә арналған. С. ҡатнашлығында грипп, талпан энцефалиты, ҡыҙылса, эпедемик паротит һ.б. ауырыуҙарға ҡаршы вакциналар эшләнгән, полиомиелитҡа ҡаршы тере Сэбин вакцинаһын ҡулланыуҙың хәүефһеҙлеге һәм һөҙөмтәлелеге нигеҙләнгән. 400‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Сталин (1941) һәм Ленин (1963) пр. лауреаты. Ленин (1971, 1986), Халыҡтар дуҫлығы (1981), “Почёт Билдәһе” (1943) орд. м‑н бүләкләнгән.

Х е ҙ м.: Грипп. Л., 1961 (авторҙ.); Вирусные геморрагические лихорадки. Л., 1963 (авторҙ.).

А.М.Пушкарёв

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

    Илл.: А.А.Смородинцев

 

СМОРОДИНЦЕВ Анатолий Александрович [6.4.1901, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Асҡын а. (БР‑ҙың Асҡын р‑ны) — 6.8.1986, Ленинград], вирусолог, иммунолог. СССР‑ҙың Мед. ФА акад. (1966). Томск ун‑тын тамамлағандан һуң (1923) Томск бактериология ин‑тында эшләгән. 1926 й. алып Ленинградта: Әсәлек йорто‑ин‑тының, 1932—38 йй. Л.Пастер ис. Эпидемиология һәм микробиол. ин‑тының, 1946—67 йй. Эксперименталь мед. ин‑тының бүлек мөдире, 1967 й. башлап Бөтә Союз грипп ҒТИ‑нда: ойоштороусы һәм дир., 1972 й. — бүлек мөдире. 1938—45 йй. Бөтә Союз эксперименталь мед. ин‑тында (Мәскәү) бүлек мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге вирустарға ҡаршы иммунитет механизмын, вируслы ауырыуҙарҙың этиологияһын, эпидемиологияһын, патогенезын өйрәнеүгә, уларҙың лаб. диагностикаһы һәм вакцинопрофилактикаһы ысулдарын эшләүгә арналған. С. ҡатнашлығында грипп, талпан энцефалиты, ҡыҙылса, эпедемик паротит һ.б. ауырыуҙарға ҡаршы вакциналар эшләнгән, полиомиелитҡа ҡаршы тере Сэбин вакцинаһын ҡулланыуҙың хәүефһеҙлеге һәм һөҙөмтәлелеге нигеҙләнгән. 400‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Сталин (1941) һәм Ленин (1963) пр. лауреаты. Ленин (1971, 1986), Халыҡтар дуҫлығы (1981), “Почёт Билдәһе” (1943) орд. м‑н бүләкләнгән. Х е ҙ м.: Грипп. Л., 1961 (авторҙ.); Вирусные геморрагические лихорадки. Л., 1963 (авторҙ.). А.М.Пушкарёв Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

СМОРОДОВ Евгений Анатольевич (3.8.1954, Калинин өлк. Гнездово а. — 31.8.2009, Өфө), физик. Техник ф. дры (2004). Ленинград политехник интын тамамлаған (1979). 1981—89 йй. — Бөтә Союз гербицидтар һәм үҫемлектәрҙеңүҫеүен көйләгестәр ғилмитикшеренеү технология интында, 1990—97 йй. С.Петербург пртиеларында эшләгән. 1998 й. алып ӨДНТУла, бер үк ваҡытта 2001 й. башлап “БРҙың энергия һаҡлау үҙәге” авт. коммерцияға ҡарамаған ойошмаһының төп белгесе. Фәнни эшмәкәрлеге энергетиканың перспективалы технологиялары, кавитация күренештәре физикаһы, сонолюминесценция өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә арналған. С. тарафынан эксперименталь тикшеренеүҙәр нигеҙендә сонолюминесценция механизмының теоретик моделдәре тәҡдим ителгән, термоядро реакцияһының ультратауыш тәьҫирендә барыу мөмкинлеге раҫланған; БР һәм РФтың нефть һәм газ сәнәғәте пртиелары өсөн энергияны һаҡлаусы бер нисә технология уйлап табылған һәм ғәмәлгә индерелгән. 120 фәнни хеҙмәт һәм 2 уйлап табыу авторы. Х е ҙ м.: Методы анализа надёжности и эффективности систем добычи и транспорта углеводородного сырья. М., 2003 (авторҙ.); Физика и химия кавитации. М., 2008 (авторҙ.). И.Р.Байков Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов    CМЫСЛОВ Анатолий Михайлович (28.1.1950, БАССРҙың Иглин рны Көҙәй ҡсб), инженермеханик. Техник ф. дры (1993), проф. (1994). БРҙың атҡ. машиналар эшләүсеһе (1992), СССРҙың уйлап табыусыһы (1987). ӨАИны тамамлағандан һуң (1973) шунда уҡ эшләй (2003— 13 йй. машиналар эшләү технологияһы каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге файҙаланыу шарттары (йөкләмә, тра, мөхит, ваҡыт) йоғонтоһон иҫәпкә алып, конструкция материалдарынан яһалған деталдәрҙеңөҫкө йөҙҡатламын булдырыу проблемаларына арналған. С. тарафынан газ турбиналы двигателдәрҙең титандан һәм никель иретмәләренән яһалған көрәксәләренеңөҫкө йөҙөн формалаштырыу механизмдары асылған, деталдәрҙеңөҫкө йөҙөнөң физикхимик хәленәһәм эксплуатацияланыу үҙенсәлектәренә ион һәм плазма шәлкемдәренең йоғонтоһо өйрәнелгән. С. ҡатнашлығында газ турбиналы двигателдәр һәм энергетика ҡулайламалары өсөн деталдәрҙе ионлы һәм плазмалы модификациялау технологиялары һәм ҡорамалы эшләнә. Асыштары БР, РФ, БДБ илдәре һәм сит илдәрҙең пртиеларына индерелгән. 100ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 25 уйлап табыу авторы. БРҙың фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт пр. лауреаты (2007). Х е ҙ м.: Модифицирование поверхностей деталей ГТД по условиям эксплуатации. М., 1995 (авторҙ.); Повышение долговечности деталей машин в условиях фреттинга. Уфа, 2005 (авторҙ.); Технологии лазерной обработки конструкционных и инструментальных материалов в авиадвигателестроении. М., 2007 (авторҙ.). В.С.Мухин Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов СНАЧЁВ Владимир Иванович (8.11. 1955, Людиново ҡ.), геолог. Геол.- минералогия ф. дры (1993), проф. (2012). БРҙың атҡ. фән эшмәкәре (2001). МДУны тамамлағандан һуң (1978) Геология интында эшләй: инженер, 1985 й. алып өлкән ғилми хеҙмр, 1993 й. — төп ғилми хеҙмр, 1997 й. — мәғдән ятҡылыҡтары лаб. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге Урал тауы формалашыуының геодинамик шарттарын һәм магматизмын____________, габбро-гипербазит массивтарының, ҡара һәүерташлы формацияларҙың мәғдәнле булыуын тикшереүгә арналған. С. тарафынан Көньяҡ Уралдың углеродлы ултырмалары һәм магматик ҡатламдары өйрәнелгән, Көньяҡ Уралдың көнсығыш битләүе үҫешенең геодинамик моделе тәҡдим ителгән, тәүге тапҡыр Көнсығыш Урал палеорифт системаһы айырып күрһәтелгән. 250нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Х е ҙ м.: Магматизм ВосточноУральского пояса Южного Урала. Уфа, 1990 (авторҙ.); Петрогеохимические особенности пород и руд габбро- гипербазитовых массивов Крака. Уфа, 2001 (авторҙ.); Геология, петрогеохимия и рудоносность углеродистых отложений Южного Урала. Уфа, 2012. Тәрж. Г.М.Ғәлиева СНЕГОВА Ирина Анатольевна (12.4. 1922, Курск ҡ. — 14.7.1975, Мәскәү), шағирә, тәржемәсе. “Август” (1963), “Өс ямғыр” (“Три дождя”; 1971), “Алмалы йыл” (“Яблочный год”; 1975) шиғри йыйынтыҡтары, балалар өсөн яҙылған “Сәғәт һуға” (“Бьют часы”; 1962) шиғырҙар китабы, “Нисек кенә булмаһын...” (“Как бы там ни было...”; 1978) проза йыйынтығы һ.б. авторы. Ижады яҡты лиризм һәм хистойғолар, донъяның тулылығын һиҙгер тойоу мн айырылып тора. М.Ғәли, М.Кәрим, Н.Нәжми әҫәрҙәрен; әрмән һәм грузин шағирҙары әҫәрҙәрен урыҫ теленә тәржемә иткән. И.С.Сырлыбаева Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов СОБОР УЛОЖЕНИЕҺЫ, Алексей Михайлович батшалыҡ иткән ваҡытта 1649 й. Земство соборы (1648—49) ҡабул иткән Рәсәй дәүләте закондары йыйылмаһы. Кенәз Н.И.Одоевский етәкс. махсус комиссия тарафынан әҙерләнгән. 25 бүлектән, 967 статьянан торған. С.у. дәүләт, граждандар, адм. һәм енәйәт бса хоҡуҡ нормалары, суд эштәрен алып барыу тәртибе билдәләнгән. Башҡортостанда үткәрелгән ер сәйәсәтенә ярашлы С.у. мн башҡорттарҙың аҫаба ерҙәрен (ҡара: Аҫабалыҡ) һатыуһатып алыу, таратыу һәм оҙайлы ҡуртымға алыу тыйылған (“Шәхси ерҙәр тураһында” бүлеге). 1736 й. 11 февр. һәм 1832 й. 10 апр. сығарылған указдар [ҡара: Указ (1832 й. 10 апр.), Указ (1869 й. 10 февр.)] нигеҙендә был ҡағиҙә бөтөрөлә. Әҙәб.: Т и х о м и р о в М.Н., Е п и ф а н о в П.П. Соборное уложение 1649 года. М., 1961. Ә.З.Әсфәндиәров Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев СОБХАНҒОЛ, Ауырғазы рнындағы ауыл, Өршәк а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.Көнб. 34 км һәм Шөңгәккүл т. юл ст. К.Көнс. табан 40 км алыҫлыҡта Ҡамсалы й. (Өршәк й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 197 кеше; 1920 — 262; 1939 — 310; 1959 — 176; 1989 — 130; 2002 — 116; 2010 — 93 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Ҡорманай урта мәктәбе филиалы), фельдшеракушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто бар. Ауылға 1795 й. (башҡа мәғлүмәттәр бса, 1811 й.) Стәрлетамаҡ өйәҙе ӨршәкМең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Түб. Новгород губ. Сергацкий өйәҙе Овечий Овраг а. һәм Сембер губ. Ҡурмыш өйәҙе Мядянь һәм Петряксы аа. яһаҡлы һәм хеҙмәтле татарҙары нигеҙһала. Тәүге төпләнеүсе Собханғол Биккенин исеме мн аталған. Шулай уҡҠамсалы исеме мн теркәлгән. 1795 й. 10 ират иҫәпкә алынған, 1865 й. 24 йортта — 119 кеше. Игенселек, малсҡ мн шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. Й.М.Бикбаев ошо ауылда тыуған. М.Х.Сафин, М.С.Әминева Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов СОБХАНҒОЛ, Туймазы рнындағы ауыл, Собханғол а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Туймазы т. юл ст. К.-Көнс. табан 10 км алыҫлыҡта Бишенде й. (Өҫән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. — 2114 кеше; 1989 — 5410; 2002 — 5663; 2010 — 5598 кеше. Татарҙар, урыҫтар, башҡорттар йәшәй (2002). Халҡы “Транснефть— Урал” АЙнда эшләй. Агросәнәғәт колледжы, урта мәктәп, 4 балалар баҡсаһы, участка дауаханаһы, мәҙәниәт йорто (2 үҙешмәкәр сәнғәт халыҡ коллективы), китапхана, мәсет бар. Ауылға 20 б. 50се йй. Собханғол а. ситендә нефтте һурҙырып бушатыу станцияһы базаһы ҡасабаһы булараҡ нигеҙһалына. 1963 й. алып ҡала тибындағы ҡасаба (1963—2004 йй. Туймазы ҡ. составында), 2005 й. хәҙ. статусын ала. Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов СОБХАНҒОЛ КИЛТӘКОВ (1720— 1774, Көңгөр ҡ.), Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Себер даруғаһы Түбәләҫ улусы башҡорто. Шул уҡ улустыңстаршинаһы. 1773 й. дек. уртаһында 25 кешелек отряд мн__ И.С.Кузнецовҡа ҡушыла. Златоуст (Косотур) заводында, Ҡытау‑Ивановка заводы һәм Һатҡы заводында баш күтәреүселәрҙеңүҙидара органдарын ойоштороуҙа ҡатнаша. Берда баш күтәреүселәр үҙәгенәҡорал, һуғыш припасы, пушкалар, 4 заводтан тартып алынған аҡсаны ебәрә. Салауат Юлаев отряды мн берлектә 1774 й. ғин. башында — Красноуфимск ҡәлғәһен алыуҙа, 23—24 ғин. Көңгөрҙө штурмлауҙа ҡатнаша. Февр. башында И.Н.Зарубиндың бойороғо бса ҡулға алына һәм Соҡсон заводында һаҡ аҫтында тотола. 4 февр. Көңгөрҙән килгән хөкүмәт командаһы тарафынан ҡулға алына. Ген.-аншеф А.И.Бибиковтың күрһәтмәһе бса язалап үлтерелә. И.М.Гвоздикова Тәрж. М.Х.Хужин  

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019