Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СОШНИКОВ Дмитрий Яковлевич

Просмотров: 460

СОШНИКОВ Дмитрий Яковлевич [8.11.1915, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Охлебинин а. (БР‑ҙың Иглин р‑ны) — 25.10.1985, Өфө], хужалыҡ эшмәкәре. Техник ф. канд. (1971). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Аҙыҡ- түлек сәнәғәте юғары мәктәбен тамамлаған (Мәскәү, 1955). 1933—41 йй. Архангел һәм Көйөргәҙе р‑ндарында эшләй. 1946 й. алып БАССР МС‑ында, 1949 й. СССР Дәүләт контроле министрлығының баш контролёры төркөмөндә, 1951—53 йй. КПСС‑тың ҡала ком‑тында, 1955 й. алып һәм 1962—78 йй. Өфө витамин з‑ды дир., 1960 й. башлап Башҡ‑н ХХС‑ы аҙыҡ‑түлек сәнәғәте идаралығы нач. (бөтәһе лә — Өфө). С. етәкселегендә гөлйемеште комплекслы эшкәртеү үҙләштерелгән; илдә тәүге тапҡыр В15 һәм U витаминдарын етештереү ойошторолған (ҡара: Витаминдар). Уның ҡатнашлығында кальций пангаматын, А, Е, Р витаминдары концентратын алыу ысулдары эшләнгән. 20‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 2 уйлап табыу авторы. Ленин (1966), 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1944), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971), Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) орд. м‑н бүләкләнгән.

Х е ҙ м.: Полувековой путь. Уфа, 1969 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ. Ҡунафина

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019