Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СПАССКИЙ Владимир Иосифович

Просмотров: 332

СПАССКИЙ Владимир Иосифович (9.5.1874, Калуга губ. Рождество а. — 18.3.1955, Өфө), күҙ табибы. Мед. ф. д‑ры (1947), проф. (1947). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1940). МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1901) Екатеринослав, Можайск, Смоленск ҡҡ. һауыҡтырыу учреждениеларында эшләй. 1934 й. алып Өфөлә: Башҡ‑н трахоматоз ҒТИ‑нда дир., 1945 й. башлап ғилми етәксе, бер үк ваҡытта 1936 й. алып БДМИ‑ның күҙ ауырыуҙары каф. мөдире, 1943—47 йй. БАССР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш күҙ табибы. БАССР‑ҙа трахоманы юҡҡа сығарыуҙы ойоштороусыларҙың береһе була. Фәнни эшмәкәрлеге эпидемиологияға,__ патогистологияға, трахоманы һәм уның эҙемтәләрен хирургик дауалауға, офтальмохирургияла эмбрионопластиканы өйрәнеүгә, күҙ ауырыуҙарын дауалау ысулдарын камиллаштырыуға арналған. С. тарафынан биопсия һәм микроскопия ҡулланып, трахоманы иртә диагностикалау, эмбриональ туҡымаларҙы файҙаланып, паннусты дауалау ысулдары эшләнгән. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. БАССР офтальмологтары йәмғиәте рәйесе (1953). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1944), “Почёт Билдәһе” (1950) орд. м‑н бүләкләнгән.

Х е ҙ м.: Мой опыт хирургического лечения трахомы. Уфа, 1940.

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019