СПАТАР Иван Парфёнович
СПАТАР Иван Парфёнович (29.1. 1919, Подольск губ. Загнитково а. — 29.12.1985, Өфө), хужалыҡ эшмәкәре. СССР‑ҙың почётлы тимер юлсыһы (1980). Харьков т. юл транспорты инженерҙары ин‑тын (1942), Тимер юл транспорты акад. (1956) тамамлаған. 1942 й. алып Ырымбур т. юл ст. нач. урынбаҫары, 1945 й. — Орск ҡ. партия эшендә. 1949 й. башлап Куйбышев т. юлында эшләй: 1952 й. алып Быҙаулыҡ, 1956 й. — Абдуллин, 1958 й. — Өфө бүлексәләрендә нач. урынбаҫары, 1960 й. алып баш инженер, 1962 й. — Башҡ. бүлексәһе начальнигы. 1982 й. башлап БАССР МС‑ы Эштәр идаралығының Транспорт һәм элемтә төҙөлөш‑коммуналь хужалығы бүлегенең өлкән референты. С. етәкс. Шишмә— Ҡандра тимер юл участкаһы электрлаштырыла, Ҡарлыман—Белорет линияһы, Өфөнөң көньяҡ урау юлы төҙөлә; Бензин, Дим, Стәрлетамаҡ һ.б. локомотив һәм вагон деполарына реконструкция үткәрелә. БАССР ЮС‑ының 6—10 саҡырылыш депутаты. Ленин (1966, 1976), Окт. Революцияһы (1971), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1981) орд. м‑н бүләкләнгән.
А.Н.Безденежных
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина