Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СПИРИН Владимир Степанович

Просмотров: 375

СПИРИН Владимир Степанович (2.7. 1923, Сембер губ. Вальдиватское а. — 2002, Спасск‑Рязанский ҡ.), иҡтисадсы. Иҡт. ф. канд. (1965), проф. (1988). БАССР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1977). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Бөтә Союз юридик ситтән тороп уҡыу ин‑тын тамамлаған (Мәскәү, 1954). 1948 й. алып — Ағиҙел йылға пароходсылығы, 1957 й. башлап Башҡ‑н ХХС‑ы машиналар эшләү идаралығы баш бухгалтеры. 1964—93 йй. ӨДАТУ‑ла: 1973—76 йй. иҡт. һәм производствоны ойоштороу каф. мөдире, бер үк ваҡытта 1974—75 йй. инженер‑иҡт. ф‑ты деканы; 1982—84 йй. авиация производствоһын ойоштороу һәм планлаштырыу каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге машиналар эшләүҙә етештереү һөҙөмтәлелеген күтәреү факторҙарын ойоштороуға һәм уларҙы иҫәпкә алыу, анализлауҙың методик мәсьәләләренә арналған. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1945).

Х е ҙ м.: Бухгалтерия в системе управления машиностроительным предприятием. М., 1976; Организационные основы бухгалтерии предприятия. М., 1977.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019