СТАРЦЕВ Михаил Гаврилович
СТАРЦЕВ Михаил Гаврилович (16.11. 1938, Бөрө ҡ. — 5.12.2013, Өфө), инженер‑төҙөүсе. РФ‑тың (1995), БАССР‑ҙың (1981) атҡ. төҙөүсеһе, РФ‑тың почётлы төҙөүсеһе (1998). ӨНИ‑не тамамлаған (1983). 1962 й. алып “Башнефтезаводстрой” ААЙ‑нда: 1967 й. башлап прораб, 1972 й. — баш инженер, 1974 й. — 2‑се төҙөлөш идаралығында нач., 1981 й. алып идарасы урынбаҫары, 1986 й. —идарасы, 1989 й. — нач., 1993 й. алып президент, 1996 й. башлап ген. директор. 1999 й. алып БР‑ҙың Сауҙа- сәнәғәт палатаһы рәйесе, 2001 й. — идара рәйесе советнигы; 2002 й. — “10‑сы төҙөлөш‑монтаж компанияһы” ЯСЙ‑нда дир. урынбаҫары, 2008— 11 йй. директор. С. етәкселегендә респ. сәнәғәт һәм соц.‑мәҙәни тәғәйенләнешле объекттары, ш. иҫ. “Башҡортостан” сауҙа үҙәге, БР профсоюздары Федерацияһы Советы бинаһы, Өфөнөң 18‑се ҡала дауаханаһы корпусы, Төньяҡ автовокзал, Салауат Юлаев музейы һ.б. төҙөлә. БР‑ҙың Салауат Юлаев ис. дәүләт пр. лауреаты (1992). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1986), “Почёт Билдәһе” (1976), Салауат Юлаев (2008) орд. м‑н бүләкләнгән.
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина