Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СТӘРЛЕТАМАҠ ТӨҘӨЛӨШ МАШИНАЛАРЫ ЗАВОДЫ

Просмотров: 401

СТӘРЛЕТАМАҠ ТӨҘӨЛӨШ МАШИНАЛАРЫ ЗАВОДЫ, ААЙ. Свай ҡағыу, копёр һәм бульдозер‑йомшартҡыс ҡорамалдары етештерә. Составына инструменталь (1979 й. нигеҙ һалына), әҙерләү‑иретеп йәбештереү, йыйыу, эксперименталь, ремонт-энергетика, ремонт‑механика (бөтәһе лә — 1980), транспорт (1985) цехтары; ремонт‑төҙөлөш идаралығы (1982) инә. 2009 й. 564 кеше эшләгән. Продукцияһын ҡулланыусылыр — БР һәм РФ‑тың башҡа төбәктәренең, яҡын__сит илдәрҙең төҙөлөш комплекстары, сеймал табыу сәнәғәте пр‑тиелары. 1943 й. Төҙөлөш машиналары з‑ды булараҡ нигеҙ һалына, 1944 й. сафҡа индерелә (50‑се йй. бетон иҙгестәр, таҡта ярыу рамалары, 60‑сы йй. — свай ҡағыу өсөн дизель сүкештәре, 70‑се йй. — копёр ҡулайламалары, 80‑се йй. — ауыр торба һалғыстар өсөн аҫмалы ҡорамалдар, 2009 й. — свай ҡағыу өсөн гидравлик сүкештәр етештереү үҙләштерелә); 2002 й. хәҙ. исемен һәм статусын ала.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019