СТӘРЛЕТАМАҠ КҮН ҺӘМ АЯҠ КЕЙЕМЕ КОМБИНАТЫ
СТӘРЛЕТАМАҠ КҮН ҺӘМ АЯҠ КЕЙЕМЕ КОМБИНАТЫ. 1918 й. 22 национализацияланған ваҡ пр‑тие базаһында Стәрлетамаҡ күн з‑ды булараҡ нигеҙ һалына, 1962 й. алып С.к.һ.а.к.к. (составына Аяҡ кейеме ф‑каһы инә; 1941 й. эвакуацияланған Мәскәү күн комб‑тының аяҡ кейеме ф‑каһы ҡорамалдары нигеҙендә 1943 й. сафҡа индерелә), 1987 й. комб‑т “БАКО” Күн берекмәһенә һәм Аяҡ кейеме ф‑каһына бүленә; 1997 й. пр‑тиелар берләшкәндән һуң “С.к.һ.а.к.к.” ДУП, 2001 й. алып ААЙ, 2011 й. ябыла. Составына күн сеймалын беренсел эшкәртеү производствоһы (1978 й. нигеҙ һалына), ҡаты, хром күн (икеһе лә — 1980), велюр күн (1982) етештереү з‑дтары, аяҡ кейеме ф‑каһы (1982) ингән. 1997 й. 1500 кеше эшләгән. Ҡаты һәм хром күндән тауарҙар, хромлы ярым фабрикаттар, аяҡ кейеме етештергән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатылған, яҡын һәм алыҫ сит илдәргә сығарылған.
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина