Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СТӘРЛЕБАШ‑ФЁДОРОВКА ҠАЛҠЫУЛЫҒЫ

Просмотров: 365

СТӘРЛЕБАШ‑ФЁДОРОВКА ҠАЛҠЫУЛЫҒЫ, Дим й. урта ағымынан Ырымбур өлк. сигенә тиклем төньяҡ‑көнбайыштан көньяҡ‑көнсығышҡа табан һуҙылған. Абс. бейеклеге 479 м. Бөгөлмә‑Бәләбәй ҡалҡыулығының дауамы булып тора. Рельефы эрозиялы‑денудациялы; сағыштырмаса бейеклеге 5—50 м булған һырттарҙан, тигеҙ арҡаларҙан, убаларҙан һәм биләндәрҙән тора. Битләүҙәре киртләсле, аҫҡы өлөштәре тигеҙләнгән, урыны м‑н йылға террасаларына күсә. Терр‑яһы Көньяҡ Татар көмбәҙенең көньяҡ‑көнсығыш ситенә тура килә. Өҫкө пермдең ҡыҙыл ҡомташтарынан, алевролиттарынан, эзбизташтарынан, доломиттарынан, мергелдәренән, балсыҡтарынан һ.б. тоҡомдарҙан ғибәрәт. С.‑Ф.ҡ. Дим, Өршәк, Ашҡаҙар, Һайылмыш (Ағиҙел й. басс.) йылғалары, Һаҡмар й. ҡушылдыҡтары башлана. Ҡалҡыулыҡ көньяҡ урман‑дала ярым зонаһында, көнсығыш өлөшөнөң сите дала тәбиғәт зонаһында урынлашҡан. Көнбайыш өлөшөнә селек һәм ҡыуаҡ сейә үҫкән дала үләнле киң япраҡлы урман (имән, йүкә, саған), үҙәк өлөшөнә — Залесский ҡылғаны үҫкән төрлө үләнле, кәҫле‑ҡыяҡлы һәм ташлы далалар, көнсығыш өлөшөнә болон далалары һәм һылыу ҡылғанлы ҡоро болондар хас. Ҡалҡыу тигеҙлек ландшафтарының бейеклеккә ҡарата үҙгәреүе күҙәтелә: төньяҡ һөҙәк битләүҙәр һәм үҙән террасалары м‑н сағыштырғанда, һырт түбәләрендә урмандар күберәк өлөшалып тора. Көнбайышта йыуылған ҡара тупраҡ һәм ҡараһыу һоро урман тупрағы, көнсығышта — типик ҡара тупраҡ, йылға үҙәндәрендә типик ҡалдыҡ карбонатлы һәм серетмәһе 6—9% булған өлгөрөп етмәгән ҡара тупраҡтар таралған. С.‑Ф.ҡ. сиктәрендә Стәрлебаш һәм Фёдоровка р‑ндары урынлашҡан.

П.Н.Швецов, И.М.Япаров

Тәрж. И.М.Япаров

Илл.: Стәрлебаш‑Фёдоровка ҡалҡыулығы

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019