Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СТОЛЯРОВ Евгений Васильевич

Просмотров: 806

СТОЛЯРОВ Евгений Васильевич (22.2.1922, Бөгөлмә ҡ. — 21.3.1985, Өфө), хужалыҡ эшмәкәре. Соц. Хеҙмәт Геройы (1981). БАССР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1972), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1979). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1952) “Башвостокнефтеразведка” тресында (Бөрө ҡ.) эшләй: Күлтүбә быраулау контораһында өлкән инженер, бүлек нач., разведкалау нач., 1955 й. алып трестың бүлек нач. урынбаҫары, 1956 й. — Ҡалтасы быраулау контораһы директоры. 1964 й. башлап “Уфанефть” нефть промыслаһы идаралығы нач., 1970 й. — “Башнефть” ПБ‑нда нач. урынбаҫары, 1972 й. — ген. директор. Арлан һәм Краснохолмский нефть ятҡылыҡтарын тәүге асыусыларҙың береһе. С. етәкселегендә нефть ятҡылыҡтарын индустриаль- комплекслы быраулау һәм төҙөкләндереү ысулы эшләнә, С. 1970—81 йй. 40 млн т нефть сығарыуҙы тәьмин итә; 38 яңы ятҡылыҡ һәм майҙан, 3715 скважина төҙөкләндерелә һәм ғәмәлгә индерелә. 11 уйлап табыу авторы. РСФСР ЮС‑ының 9—10‑сы, БАССР ЮС‑ының 8‑се саҡырылыш__ депутаты. Ленин (1976, 1981), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1959, 1971), Ҡыҙыл Йондоҙ (1944, 1945), “Почёт Билдәһе” (1966), 3‑сө дәрәжә Дан (1944) орд. м‑н бүләкләнгән. Өфөлә “Башнефть” АНК урынлашҡан бинаға (Пушкин урамы, 95) С. мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

К.С.Баймөхәмәтов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

 

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019