Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СОЦИАЛЬ СТРАХОВКАЛАУ

Просмотров: 357

СОЦИАЛЬ СТРАХОВКАЛАУ, страховка хәүефе барлыҡҡа килгәндә (мед. ярҙамы, ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ алыу кәрәклеге булғанда, һөнәри ауырыу, инвалидлыҡ, ҡартлыҡ, эшһеҙ тип танылыу, страховкаланған кешенең йәки уның ҡарамағында булған ғаиләнең эшкә яраҡһыҙ ағзаларының үлеме һ.б.) халыҡты соц. яҡлау формаһы, шәхси страховкалау төрө. Страховка хәүефенең һәр төрөнә страховка м‑н тәьмин итеүҙең билдәле бер төрө тура килә (ҡайһы берҙәре РФ‑та мотлаҡ була һәм эшләүсе граждандарҙың мотлаҡ С.с. аҡсаһы иҫәбенән түләнә). Дәүләт һәм дәүләткә ҡарамаған С.с. айырыла. С.с. дәүләттең социаль сәйәсәтен бойомға ашырыу инструменты булып тора. Башҡортостанда РФ Социаль яҡлау страховкаһы фондының БР б‑са төбәк бүлексәһе эшләй (1994 й. БР‑ҙың дәүләт соц. яҡлау страховкаһы фонды булараҡ ойошторола, 2009 й. 12 филиалы була, 85,2 мең страховкаланыусыны хеҙмәтләндерә), ул ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ һәм әсәлеккә бәйле, ш. иҫ. производстволағы бәлә‑ҡаза осраҡтары һәм һөнәри ауырыуҙар б‑са мотлаҡ С.с. тормошҡа ашыра, льготалары булған граждандарға шифахана‑курорттарҙа дауаланыу, инвалидтарға протезлау‑ортопедия изделиелары һәм реабилитацияның техник сараларын, ҡатын‑ҡыҙҙарға йөклөлөк һәм бала табыу, бала тапҡандан һуңғы осорҙа һәм баланы “Тыуым сертификаты” программаһы б‑са бер йәше тулғансы диспансер күҙәтеү б‑са һаулыҡ һаҡлауҙың дәүләт һәм муниц. учреждениелары хеҙмәтенә түләүҙе; зарарлы һәм хәүефле производстволарҙа эшләүселәргә медицина ҡарауы үткәргәндә финанслауҙы тәьмин итә (ҡара: Һөнәри ауырыуҙар). 2009 й. төбәк бүлексәһенең бюджеты — 11 млрд һум, ш. иҫ. мотлаҡ С.с. — 7,7 млрд, производстволағы бәлә‑ҡаза осраҡтары һәм һөнәри ауырыуҙарға — 0,78 млрд һум, РФ‑тың мотлаҡ С.с. фондына өҫтәмә функцияларҙы башҡарыуға 2,4 млрд һум тәшкил итә. 2009 й. тиклем йыл һайын төбәк бүлексәһе мәктәп йәшендәге балалар өсөн һауыҡтырыу лагерҙарына 170 меңгә яҡын путёвка бүлә.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019