Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

СТРЕСС

Просмотров: 441

СТРЕСС, д ө й ө м а д а п т а ц и о н с и н д р о м, организмдың гомеостазын боҙоусы тәьҫиргә (физик йәки психологик) специфик булмаған (дөйөм) яуап реакцияһы; организмды тышҡы кире факторҙарға ҡаршылыҡ күрһәтер өсөн йәлеп итеүгә йүнәлтелгән психофизиологик көсөргәнешлек торошо (кешелә һәм хайуандарҙа). С. нормаль (эустресс), ғәҙәти йәшәү мөхите шарттарында көсһөҙ ҡуҙғытҡыстар тәьҫирендә тыуған, өҫтәмә яҡлау механизмдарын әүҙемләштереүҙе талап итмәгән; патологик (гиперстресс, дистресс) — үтә көслө ҡуҙғытҡыстар тәьҫире (яраҡлашыу механизмдарының артыҡ көсөргәнешен тыуҙыра); гипостресс — ғәҙәти ҡуҙғытҡыстар тәьҫире (адекват булмаған тәртип) төрҙәренә айыралар.

Кеше С. Барлыҡҡа килеү сәбәптәренән сығып психоген С. (психоэмоциональ), йылынан (һалҡындан), яҡтынан һ.б.; ағышы б‑са — киҫкен, киҫкенгә яҡын һәм хроник С. айырыла. Башлыса травмалар, бешеү, ҡаты ауырыуҙар һ.б. арҡаһында үҫешә башлай. Гиперстрестың төп билдәләре: депрессия, баш ауыртыу, йоҡоһоҙлоҡ һ.б. Дауалау: психологик (аутоген күнекмәләр, медитация, психотерапия), физиол. (массаж, акупунктура, дауалау физкультураһы), физик (һыу процедуралары, сынығыу, мунса), медикаментоз (транквилизаторҙар, антидепрессанттар, адаптогендар һ.б.) һ.б. Иҫкәртеү: яраҡлашыу һәләтен үҫтереү, сәләмәт йәшәү рәүеше һ.б. Башҡортостанда С. шарттарында организмдың специфик булмаған реакцияларына арналған тәүге эштәр 20 б. башында баҫылып сыға (Л.Л.Васильев). 50‑се йй. алып БДМИ‑ла тышҡы һәм эске кире факторҙарға организмдың яуап реакциялары өйрәнелә (Д.Ә.Йәнекәев, В.А.Самцов, Р.Ғ.Тереғолов), Оло Теләк т. юл һәләкәте һөҙөмтәһендә зыян күргәндәрҙең травманан һуң стресс арҡаһында һаулыҡтары ҡаҡшау тикшерелә (А.Ф.Асҡаров, А.Х.Түрйәнов, Һ.Н.Хунафин һ.б.). 90‑сы йй. башлап БДМУ, ӨЮИ һәм 1‑се Республика психиатрия дауаханаһында локаль һуғыштарҙа һәм хәрби операцияларҙа ҡатнашыусыларҙа (Р.Ғ.Вәлинуров, Э.Р.Исхаҡов һ.б.), ӨДАТУ һәм БДПУ‑ла — спортсыларҙа (Е.П.Артёменко, Г.И.Мокеев һ.б.), БДУ һәм БДПУ‑ла — уҡыусыларҙа һәм студенттарҙа (Р.М.Фәтихова, Г.А. Әминев һ.б.) С. эҙемтәләре тикшерелә. 2002 й. алып Өфө хеҙмәт мед. һәм кеше экологияһы ҒТИ‑нда һөнәри С. өйрәнеү б‑са лаб. эшләй.

Хайуандар С. Сәнәғәт малсылығында С. башлыса ветеринар һәм зоотехник саралар (бестереү, вакцинация, режимды үҙгәртеү һ.б.) м‑н бәйле. Төп билдәләре: үҫеш тотҡарланыу, тәртип үҙгәреү (төшөнкөлөк, агрессия һ.б.), ауыл хужалығы малдарының продуктлылығы кәмеү һ.б. Дауалау: медикаментоз (психотроп препараттар), ауыл хужалығы малдарын аҫрауға уңайлы шарттар тыуҙырыу һ.б. Иҫкәртеү: стресҡа тотороҡло хайуандар селекцияһы, технологик процестарҙы камиллаштырыу һ.б. Аграр университетта тоҡомло йылҡы малын, сусҡа балаларын күсергәндә С. тәьҫире асыҡлана (Е.Н.Сковородин, Л.Н.Судзиловский), һыйырсылыҡта, ш. иҫ. симменталь тоҡомло йәш һыйыр малында, С. физиол. нигеҙҙәре һәм яраҡлашыуы өйрәнелә (Н.Г.Фенченко һ.б.), сәнәғәт сусҡасылығында сусҡаларҙа С. иҫкәртеү һәм бирешмәүсәнлеген күтәреү ысулдары эшләнә (А.В.Близнецов).

Д.Ә.Йәнекәев, А.У.Кинйәбулатов, У.Ғ.Ҡадиров, Е.Н.Сковородин

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 12.11.2019